Йыл да ошо осорҙа район хужалыҡтарында хеҙмәт итеүсе машина менән һыйыр һауыу операторҙары һәм һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу техниктары үҙ-ара ярыш ойоштора. Быйылғы 23-сө конкурс Киров исемендәге хужалыҡта уҙғарылды.
Сираттағы һөнәри бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡарарға 16 һауынсы һәм 8 осеменатор теләк белдергән. Ярыштың тантаналы өлөшөн райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов асты һәм:
- Йылына бер тапҡыр осрашып, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ярыш ойоштороп торабыҙ. Бөгөн ҡунаҡсыл Киров ерендә осраштыҡ. Ни сәбәптәндер быйылғы ярышта «Искра» хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашырға теләмәне. Әммә беҙҙең матур сара барыбер була һәм артабан да йәшәйәсәк. Һеҙ барығыҙ ҙа еңел булмаған хеҙмәт башҡараһығыҙ. Улар бер-береһе менән тығыҙ бәйле һәм бик тә кәрәкле, - тине.
Киров исемендәге хужалыҡтың баш зоотехнигы Сабит Хәсәнов хужалыҡ етәксеһе Рәмил Туҡаевтың эштәре күп булыу сәбәпле, килә алмауын әйтеп, бәйгеселәргә уңыштар теләне.
Һауаға флагтар күтәрелгәс, конкурс старт алды. Иң тәүҙә һауынсылар ҙа, осеменаторҙар ҙа теоретик белемдәрен күрһәтер өсөн һорауҙарға яуап бирҙе. Һуңынан ярыштың иң ҡыҙыу мәле башланды. Һауыу аппаратын һүтеп-йыйыу, бөтә ҡағиҙәләр буйынса һыйыр һауыу кеүек эштәрҙе һауынсылар һә тигәнсе башҡарып та ҡуйҙы. Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыусылар ҙа үҙ оҫталыҡтарын, таһыллыҡтарын төрлө яҡлап күрһәтте. Уларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ ине, шулай ҙа ярыш булғас, иң-иңдәрҙе билдәләмәй ҙә булмай. Жюри ағзалары билдәләүенсә, иң шәп һауыу оҫтаһы тип Киров исемендәге хужалыҡтан Миләүшә Миңлебаева танылды. 2-се урынға «Мәләүез фәнни-етештереү» берекмәһенән Светлана Фомина, 3-сө урынға Кировтан Наталья Талинова лайыҡ булды. Осеменаторҙар араһында 1-се урынға Киров исемендәге хужалыҡтан Зифа Юнысова сыҡты. 2-се урын Кировтан Венера Ҡотлобаеваға, 3-сө урын ошо уҡ хужалыҡтан Татьяна Талиноваға бирелде. Еңеүселәргә аҡсалата бүләк, ә барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ауыл хужалығы эшсәндәренең ауыр эштәренә бер биҙәк өҫтәгән, дәртләндергән, үҙ-ара аралашыуға, фекер алышырға һәм тәжрибә уртаҡлашырға форсат биргән сараны йомғаҡлап, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин сығыш яһаны. Ул да «Искра» хужалығы етәкселеге үҙҙәренең хеҙмәтсәндәрен ярышта ҡатнашыуҙан мәхрүм итеүҙәренә баҫым яһап:
- Һабантуй ҙа, ошоноң кеүек бәйгеләр ҙә район етәкселәре өсөн түгел, ә ябай халыҡ өсөн эшләнә. Ғүмер ҡыҫҡа бит ул, шуның өсөн һәр саҡ тирә-яҡтағылар менән татыу йәшәргә кәрәк. Беҙ һеҙгә һәр ваҡыт ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ, - тине һәм конкурсты ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәт әйтеп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.