Все новости
Ауыл хужалығы
22 Июня 2018, 12:08

МАЛ АҘЫҒЫ ӘҘЕРЛӘҮГӘ СТАРТ БИРЕЛДЕ

Кисә Зәк-Ишмәттә Әнүәр Усмановтың крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында мал аҙығы әҙерләү буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район хакимиәте белгестәре, хужалыҡтарҙың баш агрономдары, зоотехниктары, инженерҙары, ферма мөдирҙәре, КФХ башлыҡтары, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Кисә Зәк-Ишмәттә Әнүәр Усмановтың крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында мал аҙығы әҙерләү буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Унда район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район хакимиәте белгестәре, хужалыҡтарҙың баш агрономдары, зоотехниктары, инженерҙары, ферма мөдирҙәре, КФХ башлыҡтары, ауыл советы хакимиәте башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Сара Әнүәр Усманов хужалығындағы техника менән танышыуҙан башланды. Райондың баш инженеры Мотаһар Ибраһимов һәр техникаға ентекле характеристика бирҙе. Бигерәк тә, аҙна элек кенә һатып алынған «Дон — 680» комбайнын маҡтаны ул.

Хужалыҡтың һыйыр малы, быҙауҙар торған ҡураларын да инеп күреп сыҡты ҡунаҡтар. КФХ-ла 850 баш һыйыр малы, 70-ләп һарыҡ, 15 йылҡы малы бар. Бында бөгөнгө көндә 50 кеше эш менән тәьмин ителгән. Уларҙың 29-ы малсылыҡта эшләй.

Семинарҙың рәсми өлөшөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов асты. Ул хужалыҡтар алдында торған мөһим бурыстарҙы ҡабатлап үтте, ауыл хужалығын үҫтереүҙең, етештереүсәнлекте күтәреүҙең үҙ ваҡытында әҙерләнгән сифатлы мал аҙығы менән тығыҙ бәйләнешле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мал аҙығы әҙерләүгә төшөр алдынан, бәлә-ҡазаларҙан һаҡланыр өсөн ГАИ, технадзор, ветеринария һәм башҡа өлкә белгестәренең һәр береһе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр ҡабатлап әйтте.

Малдарҙы урлау темаһы ла күтәрелде. Әхәт Йәүҙәт улы: «Төн ҡыҫҡа хәҙер. Төндә алмашлап дежурҙа торор кәрәк. Беҙ Аҡһарыла элек шулай итә торғайныҡ. Һәр ерҙә бурҙарҙы тоҫҡап ебәреүселәр бар», - тине был проблема хаҡында. Мотаһар Ғамир улы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа, аттестация үтергә, уҡыуҙарға йөрөргә саҡырҙы. Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов сығышында мал аҙығы әҙерләүҙе витаминдар кәмемәҫ элек, срогында башҡарырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртте.

Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин сығышында конкрет һандар килтерҙе. 2017-2018 йылда ҡышҡылыҡҡа 33 000 т бесән, 21 115 т сенаж, 35 334 т силос әҙерләнгән. Быйыл да ошо сама тирәһе әҙерләргә кәрәклеге хаҡында белдерҙе ул. Быйылғы йылдың 5 айына малсылыҡ тармағы буйынса ҡыҫҡаса анализ да яһаны. «127 КФХ-ның 105-е малсылыҡ менән шөғөлләнә. Бер КФХ-ға уртаса 26 эре мал, шул иҫәптән 10 һыйыр тура килә. 30 КФХ һөт етештереү йүнәлешендә эшләй», - тигән һандар килтерҙе сығышында.

Семинар тамамланды, ә ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә мал аҙығы әҙерләй башларға старт бирелде. Беҙ уларға мал аҙығын быйыл да етешле күләмдә һәм ваҡытында әҙерләүҙәрен теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: