Бер нәмәһе сығып ҡына тора. Бына әле тағы ҡош киҙеүе таралған, тип ҡурҡыуға һалалар.
Был сир Рәсәйҙә Пенза өлкәһендә «ПензаМолИнвест» һәм «Птицефабрика «Васильевская» йәмғиәттәрендәге күркә итенән эшләнгән фаршта табылған. Шулай уҡ Һамар, Орел өлкәләре был сирҙән ныҡ зыян күрә. Беҙҙең Башҡортостанға ла был киҙеү таралған предприятиеларҙан ҡош ите продукциялары килтерелгән. Бүздәк, Тәтешле райондарында, Ишембай, Бәләбәй, Сибай ҡалаларындағы магазиндарҙа сирле ит тапҡандар.
Пенза өлкәһендәге ҡош киҙеүе табылған предприятиеның береһе 100 млн һумлыҡ зыян күргән. Икенсеһендә лә 470 мең ҡошто юҡ итергә ҡарар иткәндәр. Был уларға 400 млн һумлыҡ зыян килтерәсәк.
Ветстанция хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә лә тик ятмай, Күмертауҙың һәм Ермолаевоның магазиндарын тикшереп сыҡҡандар. Беҙҙәге «Магнит», «Пятерочка» магазиндарында тап шул Пенза өлкәһенән килтерелгән ҡош ите продукцияһының һатыуҙа булыуы асыҡлана. Ҡала һәм район ветстанцияһы начальнигы Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғолова ла был проблеманан ситтә ҡалмаҫҡа, һәр саҡ уяу булырға саҡыра. Ҡош киҙеүенең кешегә лә ҡурҡыныс булыуы хаҡында күп тапҡырҙар яҙғаныбыҙ бар. Ҡытайҙа бер кеше был сирҙе эләктереп мәрхүм булыуы ла билдәле. Шуға күрә магазиндан ҡош ите һатып алған саҡта иғтибарлыраҡ булырға, ҡайҙан килтерелгәнен ҡарап алырға, һаҡ булырға кәрәк.