Район хужалыҡтарында июнь башына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 27 мең баш эре мал иҫәпләнә. Шуларҙың 10 570-е — һыйыр малы.
Ошо көндәрҙә «Мәләүез фәнни- етештереү берекмәһе» 400 баш һыйыр малын һатыуға ебәрергә уйлай һәм шунлыҡтан 19 кеше эшһеҙ ҡала тигән мәғлүмәт билдәле булды. Шулай уҡ «Искра» хужалығында ла малдарҙы һата башлауҙары тураһында беҙгә шылтыратыусылар, яҙыусылар күп булды. Унда ла бер нисә көтөүсе эшһеҙ ҡалды, тиҙәр. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин хәлдәрҙе былайыраҡ аңлатты.
- Мин «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе»нең башҡарыусы директорҙары менән һөйләштем. Был берекмәнең Рәсәй буйынса 35 000-ләп һыйыр малы, 16 шәкәр заводы бар. Улар һыйыр малдарын бөтөнләй бөтөрмәксе булалар. Ни өсөн икәнлегенең сәбәбен аңлатмайҙар. Шәхси хужалыҡ булғас, беҙ уларға бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. Шулай ҙа Хөкүмәткә хат яҙҙыҡ был турала. «Искра» хужалығына килгәндә инде, улар кәрәкмәгән малдарын һаталар. 400 баш малын тейәп ебәргәндәр ҙә инде. Шәхси хужалыҡ булғас, улар нимәне нисек эшләргә икәнен үҙҙәре хәл итә. Бер нәмә лә беҙҙән тормай, - тине ул.
«Искра» хужалығының баш зоотехнигы Әүхәҙи Әхмәҙи улы Хәлитовтан да хужалыҡтағы хәлдәрҙе белештек.
- Йыл да браклы малдарҙы тапшырып торабыҙ. Эшһеҙ ҡалған кеше юҡ беҙҙә. Әле ялан кәртәләрен ремонтлау эшен башлайбыҙ. Малдарҙы бөтөрөргә йыйынмайбыҙ. Кәрәкмәгәндәрен тапшырғас, уларҙың урындарына яңылары килеп тора, - тигән аңлатма бирҙе ул.
«Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе»нең малсылыҡ участкаһы начальнигы Михаил Юрьевич Юртаев менән дә һөйләштек. Ул:
- Эйе, һыйыр малдарын бөтөнләйгә бөтөрөү тураһында уйлайбыҙ. Сөнки малдан файҙа юҡ. Рентабеллек юҡ. Һөттө бик арзан хаҡҡа ғына биреп ебәрергә тура килә. Һөттән бер ниндәй ҙә килем килмәй. Әммә әле етәкселек уйлай, бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул ителмәгән. Барыһы ла 1 июлдән һуң билдәле булыр, тип уйлайым. Малдарҙы бөтөрһәк тә, кешеләр эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Беҙҙең үҫемлекселек тармағы ла бар бит әле, - тине.
«Һыйлы көнөң һыйырҙа», - тип, ғүмер буйына ауыл халҡы шул һыйыр менән көн күргән. Һыйыр һөтөнән әҙерләнгән ҡаймаҡ, май һәм башҡа бик күп төрлө ризыҡтары менән туҡланған. Әле килеп был мәҡәлдең тап киреһе килеп сыға түгелме? Ауыл халҡы ла, шулай уҡ эре хужалыҡтар ҙа һыйыр тотоуы ауырға төшә, сығымдары күп тип, малдарын бөтөрәләр. Һөттө лә, итте лә беҙҙән килеп бик түбән хаҡҡа алып китәләр. Замана үҙгәрә килә халыҡ мәҡәлдәрен дә үҙгәртергә кәрәктер, бәлки. Шулай итеп, һыйлы көнөбөҙ берҙә генә һыйырҙа түгел килеп сыға бит...