Все новости
Ауыл хужалығы
6 Июля 2018, 12:45

«ҺАМАН НИМӘЛЕР КӨТӘЛӘР...»

Ауыл хужалығында ҡыҙыу осор башланды. Был көндәрҙә барыһы ла ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Көндәр эҫе, ямғырҙар яумай. Һауа торошо артабан да шулай торһа, тиҙҙән иртә культураларҙы йыйырға ла төшөр ваҡыт етәсәк.

Ауыл хужалығында ҡыҙыу осор башланды. Был көндәрҙә барыһы ла ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Көндәр эҫе, ямғырҙар яумай. Һауа торошо артабан да шулай торһа, тиҙҙән иртә культураларҙы йыйырға ла төшөр ваҡыт етәсәк.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин райондағы хәлде ҡыҫҡаса бәйән итте:

- Мал аҙығы әҙерләүгә барлыҡ хужалыҡтар ҙа тиерлек төштө. Ҡайһы бер фермерҙар ғына нишләптер эшкә керешмәй, һаман нимәлер көтәләр. Берәүҙәре 22 июлдән һуң төшәбеҙ, ти. Ул ваҡытта иртә культураларҙы урырға ваҡыт етә. Быйыл үлән насар, һирәк. Шулай ҙа булған тиклемен йыйырға тырышабыҙ инде. Барыһына ла саба алырлыҡ урындарҙың береһен дә ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Игендең торошо ла бик үк яҡшы түгел, әлбиттә. Ямғыр яумай, көндәр ныҡ эҫе. Шуға күрә уларҙың үҫеше туҡталды. Ҡайһы бер райондарҙа насар үҫкән иртә ужым культураларын мал аҙығы өсөн саба ла башланылар. Беҙ ҙә шул турала уйлап торабыҙ әле.

Райондың баш агрономы Айҙар Юнир улы Туйгилдин: «Киров исемендәге, «Искра», «А7-Агро БР», «Түкән», Әнүәр Усманов хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дәррәү алып барыла. Башҡалар ҙа яйлап ҡуҙғала башланы. Күп кенә фермерҙар, шулай уҡ «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе» әле мал аҙығы әҙерләүгә тотонмаған», - тип белдерҙе.


Читайте нас: