Все новости
Ауыл хужалығы
10 Июля 2018, 11:48

«ИГЕН КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ» ҮТӘ

11 июлдә Күмертауҙа «Иген конференцияһы» үтә, унда Рәсәй Иген Союзы башлығы Аркадий Злочевский һәм уның коллегалары

11 июлдә Күмертауҙа «Иген конференцияһы» үтә, унда Рәсәй Иген Союзы башлығы Аркадий Злочевский һәм уның коллегалары, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Милли сауҙа биржаһы, «Иген сифатын баһалау үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы, «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре, трейдерҙар, шулай уҡ республиканың һәм сиктәш төбәктәрҙең алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары һәм элеватор комплексы предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Белгестәр иген баҙарындағы хәлде, уңыш һәм хаҡтар буйынса фараздарҙы, халыҡ-ара баҙарға сығыу механизмдарын, иген эшкәртеү һәм һаҡлауҙа яңы технологияларҙы, шулай уҡ логистиканы һәм биржала һатыуҙы тикшерәләр. Ҡатнашыусылар Башҡортостандың заманса элеваторында – Маяҡ ауылында яңы май һығыу заводында булырға күҙаллай.

Конференцияла беҙҙең райондан Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев, «Искра» АХК-һы рәйесе Рәмил Мостафин, «Түкән» АХК-һы рәйесе Сергей Лобанов, фермер Илшат Мәзитов һ.б. ҡатнашасаҡ.


Читайте нас: