Был мал аҙығы төрөн әҙерләүҙә Т-150 тракторында эшләүсе Салауат Төхвәтуллин менән Дон-680 комбайнында эшләүсе Альберт Сәғәҙиев уңғанлыҡ күрһәтә. Сенаж ташыуҙа водителдәр Азат Мәҡсүтов, Хажиморат Ибраев, Рәмил Таңатаров өлгөрлөктәре, уңғанлыҡтары менән айырылып тора. МТЗ-12-21 тракторында Руслан Миңлебаев менән Ильяс Әминев тырышып эшләй.
– Быйылғы бесән бик наҡыҫ. Яҙ һуңлап килеү, көндәр һыуыҡ, ҡояшһыҙ булыу арҡаһында ул ныҡлап күтәрелә алманы. Утыҙ йыл агроном булып эшләп минең бындай һауа торошон күргәнем юҡ ине. Хәҙер беҙҙең төп маҡсат – үҫкән мал аҙығы төрҙәрен, йәғни барын эш итеп, хужалыҡ мал-тыуарын уңышлы ҡышлатып сығарыуға етерлек мал аҙығы әҙерләп ҡалыу. Беҙ быға тиклем шәхси хужалыҡтарға, пенсионерҙарға, интеллигенция вәкилдәренә, хеҙмәткәрҙәргә бесәнде бер аҙ ҡыйбатҡараҡ һатып бирә торғайныҡ. Быйыл ундай мөмкинлектәребеҙ юҡ. Шуға күрә улар юл буйҙарындағы, урман һыҙҙаттарындағы, соҡор-саҡырҙарҙағы бесәнде, яраҡлы техника ҡулланып, сабыу хәстәрлеген күрһә, һәйбәт булыр ине, – ти хужалыҡ рәйесе Рәмил Ғиләж улы Туҡаев.