Все новости
Ауыл хужалығы
17 Июля 2018, 11:59

ӘЛЛӘ ҠАЙҘАРҒА АҢҠЫЙ

«Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативында, Яҡшымбәт ауыл биләмәһендәге крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эштәре ҡыҙыу бара. Ялан-баҫыуҙарҙа иртә таңдан ҡара төнгә ҡәҙәр тракторҙар тауышы тынмай, сабылған бесәндең хуш еҫе әллә ҡайҙарға аңҡый.

– Көндәр эҫе тороу, ямғырҙар яумау арҡаһында былай ҙа әллә ни күтәрелә алмаған үләнде тиҙерәк сабып, эш итергә тырышабыҙ. Егеттәр быйылғы хәлде яҡшы аңлай, шуға күрә тырышып эшләйҙәр. Бигерәк тә Раян Абдрахманов, Инсаф Хәйбуллин, Дикат Рахманғолов, Фрил Сынбулатов, Хаммат Суюнов, Фаил Түләков һәм Мөнир Сәлтәшевтар уңғанлыҡ күрһәтә, – ти Яҡшымбәт бүлексәһе етәксеһе Фәнит Сәлтәшев.

Әлеге көнгә «Искра» хужалығында 3889 гектар майҙанда бесән сабылған, эҫкерттәргә 1173 центнер бесән өйөлөп ҡуйылған. Түбәнге Бабаларҙан Рим Ғәлимов «Магдон» тракторында – 305, Көйөргәҙе бригадаһынан Ринат Вәлитов – 250, Ринат Ҡотломбәтов 186 гектарҙа, Ҡотлоюл бригадаһынан Айҙар Яманһаров 182 гектарҙа бесән сапты. Кипкән бесәнде эҫкерттәргә һалыуҙа Раил Аҡһаров, Илсур Мөхәмәтйәнов, Әнүәр Сәлтәшев әүҙем эшләй.

Таймаҫ ауыл хакимиәте менән килешеп, уларҙың ерҙәрендәге бесәнлектәрҙән мал аҙығы әҙерләү менән дә әүҙем шөғөлләнә искралар.

Хужалыҡта сенаж һалыу эштәре уңышлы дауам итә. Бөгөнгө көнгә 2997 центнер сенаж һалынды.
Читайте нас: