Район хужалыҡтарында бесән, сенаж әҙерләү эштәренең әле ҡыҙған ваҡыты.
Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы, «Искра», «Түкән» хужалыҡтары бесән сабыу планын үтәү алдындалар. Киров исемендәге хужалыҡ сабылған бесәнде йыйып, эҫкертләүҙә лә алда бара. Был хужалыҡта сенаж һалыуҙы пландан байтаҡҡа арттырып үтәгәндәр. «Мәләүез» фәнни-етештереү яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә малдар һанын ҡыҫҡартыу сәбәпле, мал аҙығы бөтөнләй әҙерләнмәй.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан Усманов менән Мәзитовтың эшсәндәре мал аҙығы әҙерләүҙә һәйбәт эшләй.
– Быйылғы яҙ, йәй башы һыуыҡ килеү сәбәпле, бесән йоҡаҡ булды. Ләкин теләгәндәргә район биләмәләренән етерлек күләмдә бесән әҙерләү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, Бахмут ауыл биләмәһе башлығы Нурия Шәрипова үҙ ерҙәрендәге бесәнде, теләгән кеше ауыл хакимиәте менән килешеп саба ала, ти. Был – район эсендә хәл итә алырлыҡ мәсьәлә. Тик теләк кенә кәрәк, – ти Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин.
Синоптиктар был аҙнала ла эҫе, яуымһыҙ көндәр вәғәҙәләй. Аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып, малдарҙы имен-аман ҡышлатып сығарыу өсөн етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләп ҡалыу бурысы тора хәҙер ауыл эшсәндәре алдында.