Все новости
Ауыл хужалығы
20 Июля 2018, 14:53

АШЛЫҠТАРЫҢ НИ ХӘЛДӘ, ИГЕНСЕ?

Районыбыҙ хужалыҡтарында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, бесән сабып, йыйыу, эҫкертләү, сенаж һалыу менән бер рәттән, быйылғы ураҡ эштәрен башлауға әҙерлек бара.

Районыбыҙ хужалыҡтарында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, бесән сабып, йыйыу, эҫкертләү, сенаж һалыу менән бер рәттән, быйылғы ураҡ эштәрен башлауға әҙерлек бара.

Игенселәр техниканы ремонтлап, төҙөкләндереп әҙерлек һыҙығына ҡуйыу, етәкселәр яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү буйынса эш алып бара. Үҫкән уңышты һаҡлау өсөн келәттәр тәртипкә килтерелә. Оҙаҡламай ҡыҙыу ураҡ осоро башланасаҡ.

Игенсене тәбиғәт быйыл иркәләмәне: тәүҙә һыуыҡ көндәре менән ыҙаланы, аҙаҡ ҡоролоҡ китеп, ямғырҙар яумай аптыратты. Шундай ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында үҫемлекселек менән шөғөлләнгән игенселәребеҙҙең ашлыҡтары ни хәлдә, кәйефтәре ниндәй хәл-торошта икән?

Рәмил ТУҠАЕВ, Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе:

– Иң кәрәк ваҡытта айҙан артыҡ ямғыр яуманы, шуға күрә ужым бойҙайы ныҡлап емгә ултыра алманы. Яҙғы бойҙай ҙа буйға үҫә алманы, башағы ас. Былтыр үҫемлекселектән яҡшы уңыш алғайныҡ та ул. Быйыл бөтөнләй икенсе хәл. Әле бына, һуҡырҙың теләгәне ике күҙ тигәндәй, күптән көткән ямғырҙар яуып үтте. Шуға күрә ураҡҡа төшөргә ашыҡмайбыҙ. Ашлыҡтар арыуланыр, тип өмөт итәбеҙ. Ураҡ эштәренә техниканы ҡулдан килгәнсә, булдыра алғанса әҙерләйбеҙ. Һатып алған запас частәрҙе сифатлы тип әйтеп булмай. Күбеһе ширпотреб. Яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә проблема. Дөрөҫөн әйткәндә, аҡсаһыҙлыҡ аптырата. Кредит аҡсаһына 50 миллион һумға яғыулыҡ алғайныҡ, мал аҙығы әҙерләү барышында тотоноп бөтөп барабыҙ. Хәҙер берәй юлын табырға кәрәк инде. Беҙҙең маҡсат – игендең булғанын әрәм-шәрәм итмәй йыйып алып, бураларға һалыу. Артабан күҙ күрер.

Әнүәр УСМАНОВ, КФХ етәксеһе:

– Бойҙай менән арыш сәскәйнек, былай арыу ғына буйға үҫтеләр, емләнделәр. Күҙ теймәһен, әле матур ғына итеп ямғырҙар ҙа яуып үтте. Һәйбәт кенә уңыш булыр тигән өмөт менән дәртләнеп эшләп йөрөйбөҙ. Гектарынан нисә центнер булыры ашлыҡты һуҡҡас ҡына беленә инде.

Юнир ИҘРИСОВ, фермер:

– Быйыл ашлыҡ үҫте, тип маҡтанып булмай. Былай арыш бар. Шуныһы ҡыуандыра. Ә бойҙай күтәрелә алманы шул. Уны урып-һуғыуы ауырға тура киләсәк инде. Беҙҙең яҡ, нисек кенә булмаһын, ҡоролоҡ зонаһына инә бит. Бер уйлаһаң, урман, тауҙар ҙа яҡын, эргәлә Ҡуяныш, Аҡһары һыуһаҡлағыстары ла төҙөлдө, улар ямғыр болотон тартырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, килеп сығалар ҙа Күгәрсен, Мәләүез яҡтарына китәләр ҙә баралар. Нисек кенә булмаһын, үҫкәнен йыйып алырбыҙ, ерҙә ятҡырып ҡалдырмабыҙ.

Өлфәт ИСХАҠОВ, «Искра» АХК-һының баш агрономы:

– Иң кәрәкле ваҡытта бер ай ямғырҙар яуманы бит. Шулай булғас, ҡоролоҡ үҙенекен эшләне инде. Әле бына арыштарҙы ҡарап йөрөйөм, башаҡтары һалынып тормай, тимәк, бик емгә ултырып, тулыланып бөтмәгән. Ә урыны-урыны менән туҡ башаҡлы булып та үҫкән. Былтыр шулай ныҡ һалынып үҫкәс, арышты гектарынан 30 центнер тирәһе һуҡҡайныҡ. Быйыл уртаса уңышҡа өмөт итәбеҙ, Бары менән байрам, тиҙәрме әле? Был аҙнала башлап 65 гектарлыҡ шипкән үләненә төшкән инек. Гектарынан 9 центнер бирҙе. Ә былтыр күберәк ине. Уртаса уңыш алдыҡ. Әле бына саҡ бер ике көн элек матур итеп ямғырҙар яуып үтте, тағы ла шулай бер ике тапҡыр яуһа, иллә шәп булыр ине. Алдағы аҙналарҙа яҙғы бойҙай, кукуруз шәбәйер, тип өмөтләнәбеҙ. Былтырғы һымаҡ бәхет беҙгә бик һирәк йылмая шул. Баҫыуҙарыбыҙ ҡоролоҡло зонаға ҡарай бит. Шулай ҙа, алдынғы технологиялар ҡулланып, үҫемлекселектән булдыра алған хәтлем уңыш йыйырға тырышабыҙ. Быйыл да шундай уй-маҡсаттар менән йәшәп, тырышып эшләп йөрөйбөҙ.


Читайте нас: