Все новости
Ауыл хужалығы
3 Августа 2018, 10:30

КҮМӘКЛӘГӘН ЯУ ҠАЙТАРҒАН

Районда урып-йыйыу эше яҡшы бара. Был турала беҙгә райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин хәбәр итә.

Районда урып-йыйыу эше яҡшы бара. Был турала беҙгә райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин хәбәр итә.


Ужым культуралары кемдә бар, уларҙың барыһы ла ураҡҡа төшкән. Бигерәк тә Киров исемендәге, «Искра», «А 7 Агро» хужалыҡтары, фермерҙар Әнүәр Усманов, Илшат Мәзитов, Фәнил Әҙеһәмовтар әүҙем эшләй. Әлеге көндә район буйынса 5976 гектарҙа ужым сабылған, 4752 гектарҙа урып-һуғыу эштәре башҡарылған. Был күрһәткестәр район буйынса ужым культураларын урып-йыйыуҙың 30%-ы үтәлеүен белдерә. Уңыштың уртаса гектар ҡеүәте16,2 центнер тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта районда мал аҙығы әҙерләү эше лә дауам итә. Фермер хужалыҡтарында бесән эшләү тамамланыу алдында тора. Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, районда 21 425 тонна бесән әҙерләнгән, 13 518 тонна сенаж һалынған. Әлеге көндә Кировтар 5800 тонна, «А7 Агро» хужалығы 2500 тонна, фермер Әнүәр Усманов 2000 тонна сенаж һалған. «Искра» хужалығы ла 3 218 тонна сенаж әҙерләгән һәм был эште әле лә дауам итә.

Шәхси хужалыҡтарҙа ла был ваҡытта мал аҙығы әҙерләү менән мәж киләләр. Барыһы ла ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләп өлгөрөп ҡалырға тырыша. Ермолаевола йәшәгән Илфат Келов та ҡыҙыу эш ваҡытында тик ятмай. Ошо көндәрҙә улар ҡайтып, Ялсыҡай ауылында йәшәүсе ҡәйнәһе Нурия Хөсәйеноваға бесән эшләшеп килгәндәр.
- Быйыл бесән былтырғы йылдағы шикелле арыу ғына булды. Ҡышҡа етәрлек бесән эшләнек. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән кеүек, йәһәтләп, көндәр ҡояшлы торған саҡта, күмәкләшеп — Азамат бажа, Алик һәм Илнур ҡайнағалар, Ринат улым, Динар, Азат, Илсур ҡәйнештәр, Айрат ҡустым менән бергәләшеп кисә бесән эшен тамамлап та ҡуйҙыҡ. Күмәкләп эшләүе тиҙ ҙә, күңелле лә, - ти ул.
Читайте нас: