Все новости
Ауыл хужалығы
14 Августа 2018, 10:30

ЭҘЛӘГӘН ЮЛЫН ТАБА

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районында «Оренбив» тип аталған эре предприятие эшләй, ул - итальяндарҙың «Иналка» тигән фирмаһы менән берлектә асылған ит эшкәртеү заводы. «Уларҙың беҙгә ни ҡыҫылышы бар?» - тиерһегеҙ, бәлки.

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районында «Оренбив» тип аталған эре предприятие эшләй, ул - итальяндарҙың «Иналка» тигән фирмаһы менән берлектә асылған ит эшкәртеү заводы. «Уларҙың беҙгә ни ҡыҫылышы бар?» - тиерһегеҙ, бәлки.


Хәҙер шәхси хужалыҡтарҙа ит һуйыу оло бер проблема бит, был хаҡта барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Райондың Покровка ауылында махсус мал һуйыу цехы ла астылар, эштәре бик ырамай ине, хәҙер нисектер, белешкән юҡ. Бына «Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативына ҡараған ундан ашыу ауыл, һуйырға теләгән малын яфаланып машина яллап, справка-фәләнгә түләп йөрөмәйәсәк - хужалыҡ барса халыҡтың малын йыйып ала ла әлеге Италия заводына илтеп тапшыра.

- Һыйыр малын хужалыҡҡа инеүсе шәхси хужалыҡтарҙан 22 башҡа тиклем йыябыҙ ҙа илтеп тапшырабыҙ. Һыйыр итенең килоһы 220-233 һумға, ә үгеҙ малы ите 243 һумға тиклем барып баҫа. Был эште артабан да дауам итергә уйлайбыҙ, сөнки халыҡ бындай хеҙмәт күрһәтеүгә бик тә мохтаж, - ти «Искра» АХК-һының баш зоотехнигы Әүхәҙи Әхмәҙи улы Хәлитов. Ситтән килгән аралашсы- алыпһатарҙар һыйыр малының килоһына 180 һум һорап йөрөй икән. Ә «Искра» хужалығының ошолай юғарыраҡ хаҡ менән оҙатыуы халыҡ өсөн бик тә ҡулай. Үҙең үҫтергәнде берҙә генә лә теләһә кемгә арзан хаҡҡа тоттороп ебәрге килмәй, ҡайҙа алып барам, нисек һуям, тип нервы бөтөрөп йөрөйһө лә түгел.


Читайте нас: