Все новости
Ауыл хужалығы
24 Августа 2018, 14:36

ЯРТЫ УҢЫШ ЙЫЙЫЛДЫ

Район баҫыуҙарында ураҡ эштәренең яртыһы тамамланды, тип әйтергә була. Кисәге көнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, дөйөм майҙандың 47 процентында урып-һуғыу эштәре башҡарылған.

Район баҫыуҙарында ураҡ эштәренең яртыһы тамамланды, тип әйтергә була. Кисәге көнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, дөйөм майҙандың 47 процентында урып-һуғыу эштәре башҡарылған.


Үҫтерелгән уңышты йыйып алыуҙа «А7 Агро», «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе», «Искра», «Түкән», Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативтары игенселәре тырышып, көндө төнгә ялғап эшләй. Шулай уҡ Усманов, Алмашев, Мәзитов һәм Әҙеһәмов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшсәндәре лә уңғанлыҡ күрһәтә.

- Ужым культураларын урып-һуғыу эштәре тулыһынса тамамланды, ә яҙғы культуралар 13 мең гектарҙа йыйып алынды, был эштәр дауам итә. Әле, ураҡ эштәре менән бер рәттән, район баҫыуҙарында ужым культураларын сәсеү ҙә бара. Ул 5 мең гектарҙа башҡарылды, шулай уҡ 5 мең гектарҙағы баҫыуҙар туңға һөрөлдө. Алдағы аҙнанан кукурузды силосҡа һалыуҙы башларға торабыҙ. Аяҙ көндөң һәр сәғәтенең ҡәҙерен белеп эшләргә тырыша игенселәребеҙ, - ти район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.

Райондың Киров исемендәге хужалығында быйылғы ураҡ эштәрендә комбайнсыларҙан Марсель Буранов «Енисей» комбайнында, Ришат Миңлебаев менән Әхмәт Рахманғолов «Нива» комбайнында, Илһам Ҡужаҡов менән Руслан Миңлебаев «Акрос» комбайнында уңышлы эшләй, водителдәрҙән Азат Мәҡсүтов, Хаджимурад Ибраев, Рәмил Таңатаров, Руслан Мәҡсүтов һәм башҡалар ашлыҡ ташыуҙа һәйбәт эшләйҙәр.

Киров хужалығының Яҡут бригадаһы игенселәре лә тирләп-бешеп иген ура. Бик дәртле эшләй улар, нисек матур эшләмәйһең, яндарына ашнаҡсы Рәсимә Ҡәҙерғолова менән водитель Азат Аҙнабаев телде йоторлоҡ тәмле аштар килтерә, аштарын ашағас, үҙенән-үҙе тәндә дәрт уяна, беләктә көс арта. Комбайнсы Риф Мифтахетдинов менән шофер Рәмил Исхаҡов, игендең бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып алабыҙ, тип дәртләнеп эшләп йөрөй.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Розалия НАЗАРОВА фотоһы
Читайте нас: