Все новости
Ауыл хужалығы
31 Августа 2018, 11:57

КӨНДӘР ГЕНӘ АЯҘ ТОРҺОН

Район хужалыҡтарында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ураҡ эштәре дауам итә. Көндәрҙең аяҙ тороуы эштәр барышына ыңғай йоғонто яһай.

Район хужалыҡтарында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ураҡ эштәре дауам итә. Көндәрҙең аяҙ тороуы эштәр барышына ыңғай йоғонто яһай.

Байтаҡ ҡына хужалыҡтарҙа үҫтерелгән уңыштың яртыһынан күбеһе йыйып алынған. Кисәге көнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, район баҫыуҙарынан урып һуғылған уңыштың уртаса гектар ҡеүәте 13,3 центнер тәшкил итә. Ә яҙғы бөртөклөләрҙең уртаса гектар ҡеүәте - 10,8 центнер.

А7АгроРБ, «Ватан», «Түкән», «Искра» хужалыҡтарында, Киров исемендәге хужалыҡта, «Аргус», «Агропродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, фермерҙарҙан Альмашев, Мәзитов, Усманов крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ураҡ эштәренең 70 проценттан күберәге уңышлы башҡарып сығылды. Шулай итеп, район баҫыуҙарында ураҡ эштәре тамамланыуға табан бара. Тик көндәр генә аяҙ торһон.

Киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыу ҙа дауам итә. Кисәге көнгә ҡарата район баҫыуҙарында ужым культуралары 9231 гектарҙа сәселгән, көҙгө ер эшкәртеү 7338 гектарҙа башҡарылған. Көйөргәҙе районы игенселәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланырға, үҫтерелгәнде тиҙ арала йыйып алып бураларға һалырға тигән теләк менән тырышып эшләй.
Читайте нас: