Все новости
Ауыл хужалығы
31 Августа 2018, 12:27

ҺӘР БАШАҠ ҠӘҘЕРЛЕ

Быйылғы һауа шарттары ауыл хужалығы эшсәндәрен йәнә һынау алдына ҡуйҙы: йәйҙең эҫе лә, яуым-төшөмгә наҡыҫ та булыуы арҡаһында уңыш элекке йылдарҙағынан күпкә кәм. Әле «Искра»ла уртаса уңыш 16,7 центнер тәшкил итә.

Быйылғы һауа шарттары ауыл хужалығы эшсәндәрен йәнә һынау алдына ҡуйҙы: йәйҙең эҫе лә, яуым-төшөмгә наҡыҫ та булыуы арҡаһында уңыш элекке йылдарҙағынан күпкә кәм. Әле «Искра»ла уртаса уңыш 16,7 центнер тәшкил итә.

Игенселәребеҙгә һәр башаҡ ҡәҙерле. Уңған ир-егеттәребеҙ Рәсил Аҡһаров, Илфаҡ Боҫҡанов, Альберт Искәндәров, Шәүкәт Ишкинин, Инсаф Боҫҡанов, Надир Хәйбуллин, Рәхим Аҡһаров, Алик Собханғолов уңышты мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн тырыша.

- Былтыр сәселгән ужым уңышы кәйефте күтәрә. Беҙҙең тәбиғәт шарттарында шул ужым культураларына өҫтөнлөк бирергә кәрәктер ул, - ти комбайнсы Рәхим Сәмерхан улы Аҡһаров.

Тап бына ошоно күҙ уңында тотоп, әлеге көндә хужалыҡта ужым культураларын сәсеү бара. Көҙҙән бураҙнаға һалынған орлоҡ, киләһе йылдың уңышына ниндәй ҙә булһа өмөт, гарантия булып тора. Хужалыҡта 6 агрегат сәсеүгә йәлеп ителгән, Абдулдан Айнур Ниғмәтуллин, Яҡуптан Альберт Аҡсурин, Яҡшымбәттән Хаммат Суюнов, Көйөргәҙенән Зөфәр Вәлитов,Түбәнге Бабаларҙан Рим Ғәлимов, Ҡотлоюлдан Румил Аҡһаров, Роберт Саттаровтар ҡеүәтле К-700 тракторҙарында ужым тритикале, бойҙай, шипкән һәм дә арыш сәсеүҙә һәйбәт эшләй, улар өс мең гектарға яҡын иген сәсте.


Читайте нас: