Все новости
Ауыл хужалығы
4 Сентября 2018, 13:12

ТАМАМЛАНЫУҒА БАРА

Район хужалыҡтарында быйылғы ураҡ эштәре тамамланыуға табан бара.

Район хужалыҡтарында быйылғы ураҡ эштәре тамамланыуға табан бара.
Урып-һуғыу, үҫтерелгәнде йыйып алыу, игенде бураларға һалыу эштәрен «Түкән» ауыл хужалығы кооперативы, «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе тамамланы. Киров исемендәге хужалыҡта иген культуралары тулыһынса йыйып алынды. Шулай уҡ «Аргус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «А-7 Агро»ла,
Илшат Мәзитовтың крәҫтиән-фермер хужалығында иген культуралары йыйып бөтөлдө, хәҙер ҡарабойҙайҙы ғына йыйып алаһы ҡалды.
Район фермерҙары ла үҫтерелгән уңышты йыйып алыуға ныҡлы тотондо. Бахмут ауыл хакимиәтенә ҡараусы фермерҙар был эштәрҙе 100 %-ҡа башҡарҙы. Уларҙан Ленин ауыл советындағы фермерҙар ҙа ҡалышмай: уңыштың 99 %-ын йыйып алыуға өлгәштеләр. Башҡа фермерҙарҙың эш күрһәткестәренә килгәндә, ул Илкәнәй ауыл хакимиәтендә - 94%, Свобода ауыл хакимиәтендә -93 %, Яҡшымбәт ауыл хакимиәтендә - 92 %, Мораптал ауыл хакимиәтендә - 89%, Шәбағыш ауыл хакимиәтендә - 86 %, Ермолаево ауыл хакимиәтендә - 85%, Керәүле-Илюшкино ауыл хакимиәтендә - 73% тәшкил итә. Таймаҫ ауыл хакимиәте биләмәләрендәге фермерҙар урып-һуғыу эштәрен әлеге көнгә 68 %-ҡа үтәгән. Был - район буйынса иң түбән күрһәткес. Алдағы көндәрҙә район фермерҙарына, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтенең ҡәҙерен белеп, ураҡ эштәрен тиҙерәк тамамлау бурысы тора.
Дөйөм алғанда, кисәге күрәткестәр буйынса, Көйөргәҙе игенселәре урып-һуғыу эштәрен 82 %-ҡа башҡарҙы.
Район хужалыҡтарында орлоҡ һалыу эштәре планға ҡарата 64 %-та үтәлде, йәғни 5184 тонна орлоҡ һалынды.
Баҫыуҙарҙың 9 мең 300 гектары туңға һөрөлдө.
Әле ужым культураларын сәсеү эштәре әүҙем бара. Ул барлығы 11 мең 400 гектарҙа башҡарылды. Тағы ла 4 мең 400 гектарҙа сәсергә ҡалды. План - 15 800 гектар. Игенселәребеҙҙең был бурысты ла уңышлы үтәп сығырына ышаныс ҙур.
Читайте нас: