Районыбыҙ игенселәре, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышып, иген баҫыуҙарының һуңғы гектарҙарында уңыш йыйыу эштәрен йомғаҡлауға яҡынлашты. Район хужалыҡтарында быйылғы урып-йыйыу эштәре тамамланды, тиергә лә була.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөртөклө культураларҙы 1 мең гектарҙа йыйып алырға ҡалды. Ҡарабойҙай 1 мең дә 28 гектарҙа алынды, уртаса гектар ҡеүәте – 7,4 ц тәшкил итә. Орлоҡтоң 80%-ы бураҙналарға һалынды. Туңға һөрөү эштәре 16 мең гектарҙа башҡарылды ла инде. Быйылғы йылдың ямғырҙарға һаран килеүе, шунлыҡтан ерҙең ҡоро булыуы ужым культуралары өсөн дә яҡшы түгел. Хатта, ҡайһы бер хужалыҡтар был культураларҙы сәсеүҙе бер аҙға туҡтатып торорға ла мәжбүр булды. Әлеге көндә 14 887 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Әммә, ерҙең ҡоро булыуы сәбәпле, улар һаман да сыҡмай.
Ер кешеһенә, ғөмүмән, уңыш еңел бирелмәй. Быйылғы йылдың һауа шарттарына ярашлы, үҫтерелгән уңышҡа ҡарап, шөкөр итергә кәрәктер. “Искра” хужалығының малсылыҡ тармағы ла ҡышҡа тулыһынса әҙерлек алдында тора, әлеге мәлдә бында кукурузды силосҡа урыу бара, һәр малға яҡынса 25-30 центнерҙан ашыу мал аҙығы тупланған. Игене урылған баҫыуҙарҙа туңға һөрөү эштәре бара. Был эште Ғәйнулла Йосопов, Раил Түләков, Карамат Ғәлимов һәйбәт башҡара. Силос һалыуҙа Илмир Кинйәғолов менән Фаат Аҡһаров уңғанлыҡ күрһәтә. Орлоҡ ағыулау эшендә иһә Илдар Исхаҡов менән Раил Искәндәров бик тырышып эшләй.