Район хужалыҡтарында ураҡ эштәре тулыһынса тиерлек тамамланыу алдында. Бары тик 800 гектар майҙандағы ҡарабойҙайҙы йыйып алаһы ҡалды. Хәҙер хужалыҡтар менән фермерҙар көнбағыш уңышын йыйыуға ныҡлап тотондо. Шулай уҡ кукурузды силосҡа һалыу, туңға һөрөү эштәре уңышлы дауам итә.
Бөртөклөләрҙән һәм ҡуҙаҡлы культураларҙан гектарынан алынған уртаса уңыш «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһендә 20 центнер, «Искра»ла - 15,9, А7АгроРБла - 14,2, «Түкән»дә -12,5, Киров исемендәге хужалыҡта 10,6 центнер тәшкил итә. Фермерҙар араһында был күрһәткес Усманов крәҫтиән-фермер хужалығында - 17,5, Әҙеһәмов крәҫтиән-фермер хужалығында - 16,3, Агроком яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 15 центнер тәшкил итә.
Ҡышҡы ужым культураларын сәсеүҙә һауа торошона бәйле проблема бар: ҡасандан бирле инде ямғырҙар яумай аптырата. Шул арҡала сөм ҡара тупраҡҡа һалынған орлоҡтар шытмай ята. Әлеге көнгә ужым культуралары 14 700 гектарҙа сәселгән. Ә район баҫыуҙарында 23-24 мең гектарҙа сәсергә булыр ине уларҙы. Ямғырҙар яумау арҡаһында игенселәр был эштәрҙе туҡтатып торорға мәжбүр