Все новости
Ауыл хужалығы
25 Сентября 2018, 12:45

ҠАСЫП ҠОТОЛОП БУЛМАҪ...

«Юшатыр» гәзите малдарҙы биркалау тураһында бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайны.

«Юшатыр» гәзите малдарҙы биркалау тураһында бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайны. Яңы закон буйынса хәҙер һәр мал электрон иҫәптә торорға тейеш. Был төрлө ҡурҡыныс мал сирҙәрен таратмауҙа, продукцияның сифатын контролдә тотоу өсөн ярҙам итәсәк, тиҙәр ошондай законды ҡабул итеүселәр. Әммә был закон халыҡҡа оҡшап та етмәй, ҡурҡыу уята. Шулай итеп малдың иҫәбен алып, аҙаҡ һалым сәпәп ҡуйырҙар, тип ҡурҡыусылар ҙа бар.


Эре хужалыҡтар етәкселәре биркалауҙың кәрәклеге, шул уҡ ваҡытта «Меркурий» системаһына күсеүҙең бик мөһим булыуын, закон буйынса кәрәк икән, был эштән барыбер ҡасып ҡотола алмаясаҡтарын яҡшы аңлай. Биркаһы булмаған малды һатыуға ла ҡабул итмәйәсәктәр. Был турала Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов:

- Район хужалыҡтарында малдарҙы биркалау күптән инде бара. Эре хужалыҡтар был эште эшләп тә ҡуйған. Штрих-кодлы яңы биркалар килтерелгәс, уларҙы яңыһына алыштырырға ғына кәрәк буласаҡ. Был штрих-кодлы бирка менән Рәсәй буйынса һәр мал-тыуарҙың йәшен, ҡайҙа тыуған, ҡайҙан килтерелгән, ниндәй сирҙәр менән сирләгәнен, ҡайһы прививкалар эшләнелгән икәнен белеп була. Быны малдың паспорты, тиһәң дә була. Бындай эштең кәрәкле булыуын халыҡ та аңлай, әлбиттә. Әммә улар әле яйыраҡ ҡуҙғала. Бындай биркалар ҡуйыу өсөн уларға аҙмы-күпме сығым да талап ителә шул. Тағы микрочип тигән нәмә бар. Ул тире аҫтына урынлаштырыла. Әле беҙҙә микрочиптар аттарға ғына ҡуйыла, - ти.

Ермолаевоға барып, Көйөргәҙе районы ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Марат улы Рафиҡов менән бергәләшеп, малдарҙы биркалау процесын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп тә ҡайттыҡ. Беҙ килгәндә, район ветеринарҙары эшҡыуар Сергей Кичигиндың хужалығында мал биркалай һәм прививка эшләйҙәр ине.

Ветеринар врач, эпизоо- толог Андрей Топольский:

- Ермолаевола бөтәһенең дә тиерлек мал-тыуарына бирка ҡуйып бөттөк. Был хужалыҡта һыйыр малының да, сусҡаларҙың да биркалары бар. Беҙ әлегә үҙебеҙ былтыр уҡ һатып алған биркаларҙы ҡуябыҙ. Уларҙың хаҡы бер баш һыйыр малына 50 һум, сусҡаларға — 30, һарыҡ-кәзәләргә 20 һум тәшкил итә. Икенсе йылдан башлап, яңы штрих-кодлы биркалар ҡуйыла башлаясаҡ. Шулай уҡ киләһе йылда эт-бесәйҙәргә микрочиптар ҡуйыу күҙаллана. Ҡайһы бер фермерҙар, мәҫәлән, «Искра» хужалығында, аттарға микрочиптар ҡуйыу эшен башлап та ебәрҙе. Ҡайһы бер хужалыҡ етәкселәре аттарына «тавро» тип аталған келәймә һуҡтыралар. Был инде малдың тиреһен көйҙөрөп, тамға һуғыуҙы аңлата, - тигән аңлатма биреп үтте.

Ветстанцияла Башҡорт дәүләт аграр университетының 5-се курс студенты Владислав Рублев практика үтеп йөрөй. Уның менән дә һөйләштек. «Уҡып бөткәс, армияға барып ҡайтам да, ошонда уҡ эшкә киләсәкмен. Бындағы эш миңә ныҡ оҡшай. Саф һауала эшләүе айырыуса рәхәт. Коллектив бигерәк һәйбәт», - ти Күмертау егете.

Район һәм ҡала ветстанцияһы начальнигы Рәмилә Иҫәнғолова биргән мәғлүмәттәр буйынса, әлеге көндә район ветеринарҙары 20704 һыйыр малын (86%), 6561 (35%) кәзә-һарыҡтарҙы биркаланы. Сусҡаларҙы биркалау күләме – 1700 (96%). «Тағы биркалар килтерелде һәм был эш артабан да дауам итә. Аттарға тамға ҡуйыу эше генә һүлпән бара. Әле ни бары 151 атҡа тамға (тавро), 20 атҡа чип ҡуйылды. Был район буйынса 1,2% тәшкил итә. Ни өсөн аттар буйынса күрһәткес бик түбән тиһегеҙме? Ат хужалары әле был эшкә әҙер түгелдәр. Чип ҡуйыу хаҡы 150 һум тора. Аттарға ҡайһы берәүҙәр ҡуйҙырған кеүек тамға түгел, ә чип ҡуйыу мотлаҡ талап ителә, «тавро» рөхсәт ителмәй. Хатта, бал ҡорттары күсенә лә чип ҡуйыла. Закон буйынса, бирка йә чип ҡуйылмаған бер малды ла һатыу йәки ҡайҙалыр күсереү өсөн справка алыу мөмкинлеге булмаясаҡ. Шул турала оноторға ярамай», - тип аңлатты Рәмилә Хәмит ҡыҙы.

Бына шулай: бер нисек тә закондан ҡасып ҡотолоп булмай — малды барыбер һатырға ла тура киләсәк, үҙең өсөн генә һуйып ашап ятып ҡына булмай — аҡса ла кәрәк. Тиҙҙән биркаһыҙ малдарҙы мал һуйыу цехына ла, һатыуға ла алмаясаҡтар. Шуныһын да уйлар кәрәк.


Читайте нас: