Все новости
Ауыл хужалығы
25 Сентября 2018, 14:21

КӨНБАҒЫШҠА, СӨГӨЛДӨРГӘ ТӨШТӨЛӘР

Районда урып-һуғыу эштәре ҡыҙыу бара. Әле иң үтемле һәм ҡыйбатлы культура — көнбағышты сабалар.

Районда урып-һуғыу эштәре ҡыҙыу бара. Әле иң үтемле һәм ҡыйбатлы культура — көнбағышты сабалар.


Барлығы 1195 гектар ерҙән көнбағыш йыйып алынған да инде. Уңыштың уртаса ҡеүәте гектарынан 13 центнер.

«Искра», Киров исемендәге, «А-7Агро», «Аргус» һәм фермер Илшат Мәзитов хужалыҡтарында көнбағыш сабып алыу эштәре гөрләй. Көнбағышты Мәләүез, Маяҡ элеваторҙарына, Ермолаевоға төрлө хаҡ менән тапшыралар. Уртаса хаҡы әлегә тоннаһына 17500-18500 һум тәшкил итә.

Ошо көндәрҙә «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе эшселәре сөгөлдөргә төштө. Улар 131 гектарҙан татлы тамыр йыйып та алған. Гектар ҡеүәте уртаса — 200 центнер.
Читайте нас: