Шаршамбыла район хакимиәтендә ауыл хужалығы буйынса үткән 9 айға йомғаҡтар яһалды. Кәңәшмәгә ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, хужалыҡ етәкселәре, баш агрономдар, зоотехниктар, ветеринарҙар, ферма мөдирҙәре һәм башҡалар йыйылды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәүғәт Хисмәтуллин кәңәшмәне асып: «Уңыш йыйыу эше тамамланыуға бара. Шулай ҙа әлеге көндә 5 мең гектарҙа көнбағыш алынмаған. Был турала белгестәр сығыш яһар», - тине.
Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Намаҙғолов малсылыҡ буйынса үткән 9 ай күрһәткестәрен билдәләне:
- Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында 1 октябргә ҡарата 12048 баш эре мал иҫәпләнә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, ауыл хужалы предприятиеларында эре мал 1149 башҡа кәмене. «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһе тулыһынса малсылыҡ тармағын бөтөрҙө, «Искра» хужалығы ла малдарын күпкә кәметте. Уларҙың һәр береһенең үҙҙәренең сәбәптәре булыуы аңлашыла, әлбиттә. 1 октябргә ҡарата күрһәткестәр буйынса, Әнүәр Усмановтың крәҫтиән-фермер хужалығында эре баш малы 90-ға артып, 830 -ға етте. Быйыл ғына был хужалыҡ 89 баш тоҡом башмаҡтары алып ҡайтты. Белеүегеҙсә, тоҡом малы һатып алған өсөн субсидия бирелә. Быйыл 1 кг тере мал ауырлығы өсөн 100 һум субсидия ҡаралған. Усмановтың хужалығы һөт етештереү буйынса, «Искра» һәм Киров исемендәге эре хужалыҡтарҙан ҡала, 3-сө булып килә. Ауыл хужалығы предприятиеларында 2905 баш һыйыр малы иҫәпләнә. 9 ай эсендә АХП һәм КФХ-ларҙа 100666 ц һөт һауып алынған. Был былтырғы кимәлдән 2702 ц-ға аҙыраҡ. 9 ай күрһәткестәре буйынса эре малдың уртаса тәүлек артымы 659 грамм тәшкил итә (былтыр 597 грамм булған). 100 һыйыр иҫәбенә быйыл 74 баш быҙау алынған, былтыр был һан 65 ине. Аттарҙың да иҫәбе быйыл кәмене. Иң күп аттар әлеге көндә «Искра» һәм «Ватан» хужалығында ғына.
Мал аҙығын рациональ тотонмайбыҙ. Был турала һәр ваҡыт һөйләйбеҙ. Мал аҙығы һалыу урындары юҡ, булған аҙыҡ аяҡ аҫтында буталып ята. Шуға күрә ҡыш башынан уҡ ошо эштәрҙе хәстәрләргә кәрәк. Шулай уҡ малдарҙы ҡышҡы ҡураларға индереүҙе лә һуҙабыҙ. Ҡайһы бер хужалыҡтар һаман да биналарын әҙерләп бөтмәгән.
Рәүеф Шәймарҙан улының сығышынан һуң «Көйөргәҙеагропродукт» хужалығы етәксеһе Владимир Филатов барлыҡ ауыл хужалығы етәкселәрен дә борсоған фекерҙе әйтмәй ҡалманы.
- Эре малдан беҙ бер ниндәй файҙа күрмәйбеҙ бит. Бөтөрһәк, беҙгә күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Яғыулыҡҡа хаҡтар көндән-көн арта. Шул турала уйларға кәрәк, - тине ул. Уға ҡушылып залдағылар ҙа: «Ғинуарҙан бензингә хаҡты тағы ла арттырырға уйлайҙар. Юғарыла ултырғандар уйланһын ине», - тип ҡысҡырҙылар.
Был һорауға нимә тип яуап бирһендәр инде район белгестәре. «Беҙ аңлап торабыҙ. Был турала һәр ваҡыт юғарыла ултырғандарға ла әйтә киләбеҙ, әммә һөҙөмтә күренмәй. Эре малды ҡалдырырғамы юҡмы икәнен һәр кем үҙе хәл итә инде», - тип кенә ҡуйҙылар.
Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин сығышынан билдәле булыуынса, 2018 йылда республикала 3 млн 138 мең тонна иген йыйып алынған. Беҙҙең районда гектарынан уртаса 11,0 центнер уңышлылыҡ менән 65 000 тонна тулайым уңыш йыйып алынды. Шәкәр сөгөлдөрө 1 198 гектар майҙан тәшкил итә. Шуның 1 155 гектарында йыйылған, уртаса уңышлылыҡ гектарынан 200 ц. Көнбағыш 70% майҙанда, йәғни 12 287 гектарҙа йыйып алынған. Уның уңдырышлылығы гектарынан 11 ц (республика буйынса был күрһәткес — 13 ц). Ужым культуралары 15 253 гектарҙа, шул иҫәптән ужым арышы — 6655 га, ужым бойҙайы — 6273 га, тритикале — 782 га, ужым шипкәне 1185 гектарҙа сәселгән. Был былтырғыға ҡарағанда 2000 гектарға кәмерәк.
Быйыл ярауай бойҙайҙың уртаса уңдырышлылығы гектарынан 8,9 ц, ә ужым бойҙайыныҡы уртаса 18 ц тәшкил итте. Ә «А7 Агро» хужалығында ужым бойҙайынан гектарынан 18 ц, «Искра» һәм «Мәләүез» фәнни-етештереү берекмәһендә был күрһәткес 19 центнерҙан юғарырыраҡ алынды. Был минераль ашламалар һәм өҫтәмә туҡландырыу ҡулланыу һөҙөмтәһе булып тора. Ошо күрһәткестәр ужым культуралары майҙансыҡтарын арттырырға кәрәклеге хаҡында һөйләй.
Шулай уҡ Айҙар Юнир улы хужалыҡтарҙа орлоҡтарҙы яңыртыу эшен әүҙем алып барырға, күберәк элиталы орлоҡтар сәсергә тырышырға кәрәклеге хаҡында әйтте. Был турала ул һәр сығышында тиерлек әйтә килә, әммә барыбер район хужалыҡтарында элиталы орлоҡ сәсеү күрһәткестәре һаман да аҡһай.
Артабан кәңәшмәлә Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы буйынса ветстанция начальнигы Рәмилә Иҫәнғолова малдарҙа йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалау мәсьәләләре буйынса һөйләне. Шулай уҡ беҙ даими рәүештә яҙып барған малдарҙы биркалау проблемаһын да күтәрҙе. Ошо урында залда ултырыусылар йәнләнеп китеп, урындарынан уҡ һорауҙар яуҙыра башланы. «Биркаланмаған малдар өсөн вакциналар бүленмәйәсәк», - тип белдерҙе Рәмилә Хәмит ҡыҙы. Район хакимиәтенең кадрҙар буйынса баш белгесе Галина Хәкимова сығышында ойошмалар эшмәкәрлегендә һөнәри стандарттарҙы ҡулланыу проблемаларын барланы. Уның: «Һауынсыларҙың да урта-махсус белеме булырға тейеш», - тигән һүҙҙәренә залдағылар тағы йәнләнеп китеп, үҙ урындарында уҡ ризаһыҙлыҡтарын белдерҙе.
Кәңәшмә һуңында Нәүғәт Кәлимулла улы йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһаны.