Все новости
Ауыл хужалығы
23 Октября 2018, 14:32

КӨҘ ҺАНАЙҘАР

«Себештәрҙе яҙ түгел, ә көҙ һанайҙар».

«Себештәрҙе яҙ түгел, ә көҙ һанайҙар». Әбей-бабайҙар әйткән ошо әйтем бик тә дөрөҫ. Ауыл тормошон ҡош-ҡортһоҙ, мал-тыуарһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Ишек алды ҡаҙҙар, өйрәктәр, тауыҡ-себештәр менән йәмле була. Ә инде көҙҙәр етһә, һәр кем ғаилә, туғандар, күршеләр менән өмәләр яһай. Үҙенсә бер күркәм, йәмле ғәҙәт, йола булып һанала.

Мин үҙем Яманһары ауылында йәшәгәндә бик күпләп ҡош-ҡорт аҫыраным. Йәшәгән урыным бик уңайлы ине, Туғыҙтимер йылғаһы эргәмдән генә аҡты. Яҙҙан алып һалҡын көҙгә тиклем, һыуҙа иркен йөрөп үҫтеләр. Ул замандарҙа ике аяҡлы, «дүрт аяҡлы» һунарсылар булмай торғайны. Һарайҙарға ла бик, йоҙаҡ ҡуйылманы. Донья тыныс булды. Эттәр ҙә, төлкөләр ҙә һағалап ҡына торалар, шул яғы ҡурҡыныс. Әле Айсыуаҡҡа килгәс тә күпләп аҫыраным. Хәҙер ошо ауылда йәшәгән ике ҡыҙым — Гөлдәрем, Нәжиәм һәм Нур кейәүем бик күпләп ҡош-ҡорт аҫырайҙар. Быйыл да алтмышар ҡаҙ, йөҙөшәр өйрәк, утыҙ күркә-өйрәк, егермешәр ҙур ауырлыҡтағы күркә, иллешәр бройлер себештәре, утыҙар мулард тигән ҡош үҫтерҙеләр. Хәҙер һалҡын көҙ еткәс, аҙна һайын ял көндәрендә ғаиләбеҙ, ейән-ейәнсәрҙәр менән өмә яһап, һуйып, йолҡоп, таҙалап һыуытҡыстарға тултырабыҙ. Көҙ айҙары үҙенең байлығы, муллығы менән күркәм, йәмле була шул. Быйыл, Аллаға шөкөр, ямғыр һаран ғына яуһа ла, баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсәләр ҙә зарланырлыҡ булманы. Иҫән-һау, сәләмәтлек менән һәр кемгә тигеҙлек, тыныслыҡ менән йәшәргә, ашарға яҙһын.

Күмәкләшеп туғандар

Яһайбыҙ беҙ өмәләр,

Уйын-көлкө, һый менән

Күңелле үтә көҙҙәр.
Читайте нас: