Все новости
Ауыл хужалығы
23 Октября 2018, 14:48

УРАҠТЫ ТАМАМЛАЙБЫҘ

Районбыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре баҫыуҙарҙа үҫтерелгән көнбағыштың һуңғы гектарҙарын урып-һуғыу менән мәшғүл.

Районбыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре баҫыуҙарҙа үҫтерелгән көнбағыштың һуңғы гектарҙарын урып-һуғыу менән мәшғүл. Октябрь айында һауа торошоноң, шөкөр, ҡояшлы, ҡоро тороуы урып-йыйыу эштәре менән шөғөлләнгән ауыл эшсәндәре өсөн уңайлы булды.

«Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативының Ҡотлоюл бригадаһы комбайнсылары үҫтерелгән көнбағыш культураһын һуңғы гектарҙарҙа ура. Бригада етәксеһе Ғәҙелхай Боҫҡанов:

- Ямғырҙар яумай торһа,техника имен эшләһә, бер-ике көндә ураҡ эшен тамамларбыҙ, - ти.

- Атайым ауыҙынан, эшләһәң, эш ҡарышмай, тигән мәҡәлде йыш ишетеп үҫтем, - ти комбайнсыларҙың звено етәксеһе,утыҙ алты йыл хеҙмәт стажына эйә Рәхим Сәмерхан улы Аҡһаров. - Сәскәндә орлоҡтоң нормаһын арттырып сәсһәң, уңыш һәйбәт була, үҙен аҡлай, бер урауҙа бер бункер тула ла ҡуя, - ти ул.

Егеттәребеҙҙән бригадир ярҙамсыһы Ишбулды Боҫҡанов, комбайнсылар Илфат Боҫҡанов, Инсаф Боҫҡанов, аталы-уллы Рәхим һәм Рәсил Аҡһаровтар, Рузил Саттаров, водителдәр Надир Хәйбуллин, Салауат Ибраһимов, көнбағыш тейәүҙә Илнур Аҡһаров тырышып эшләй. Уларҙың барыһы ла күпме көс, тир аҡса түгеп үҫтерелгән уңышты баҫыуҙа ҡалдырмау маҡсатында иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр яланда хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.
Читайте нас: