Все новости
Ауыл хужалығы
2 Ноября 2018, 13:41

ҮҘ ЭШЕНЕҢ ОҪТАҺЫ

Һәр ауылдың йөҙө туранан-тура шунда ғүмер иткән, йәшәгән кешеләрҙең кәйефенә бәйле, ә инде эше, шөғөлө булһа, икеләтә яҡшы күренеш.

Һәр ауылдың йөҙө туранан-тура шунда ғүмер иткән, йәшәгән кешеләрҙең кәйефенә бәйле, ә инде эше, шөғөлө булһа, икеләтә яҡшы күренеш.


Хозур тәбиғәтле Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Яҡшымбәт ауылында ғүмер итеүсе Хәйрулла Нурулла улы Аҡһаров элекке көнө баш ҡалабыҙ Өфөлә, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта, булып ҡайтты. Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге тырыш хеҙмәте юғары баһаланып, ул «Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» түш билдәһе менән бүләкләнде.

Ошонда тыуған, ошонда үҫкән, ошо ерҙә бәхетен тапҡан, тип әйтергә була уның кеүектәр хаҡында. Хәйрулла ағайҙың ысын бәхете - хеҙмәттә. «1975 йылда тракторсыға уҡып сыҡтым, шунан бирле тимер аттан төшкәнем юҡ», - ти уҙаман. Әйтергә кәрәк - ул үҙ эшенең оҫтаһы, «Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативының алдынғы механизаторҙарының береһе.

Хәйрулла Нурулла улына үҙ ғүмерендә төрлө тракторҙарҙа эшләргә тура килә. Әлеге ваҡытта ул алмашлап ике төр тракторҙа эшләй. Тормош иптәше Тәскирә Шәүкәт ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Донъялары етеш, ихата тулы мал-тыуар, ҡыҫҡаһы, уңғандарға, булдыҡлыларға ғына хас мул, матур тормошта йәшәйҙәр. Бына ошондай бер үк ваҡытта ябай ҙа, эштәре менән тыуған ерҙең тотҡаһы булған да эшһөйәр ғаиләләрҙең береһе ул Аҡһаровтар.
Читайте нас: