Все новости
Ауыл хужалығы
13 Ноября 2018, 13:02

ЭШТӘР ҺӘҮЕТЕМСӘ БАРА

Көндәр ҡапыл ғына һыуытып ебәрҙе. Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыш миҙгеле етди бер һынау булып тора. Уларға продукция етештереүҙе кәметмәй, малдарҙы имен-аман ҡышлатып сығарыу бурысы йөкмәтелә.

Көндәр ҡапыл ғына һыуытып ебәрҙе. Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыш миҙгеле етди бер һынау булып тора. Уларға продукция етештереүҙе кәметмәй, малдарҙы имен-аман ҡышлатып сығарыу бурысы йөкмәтелә.


- Ҡышҡа тулыһынса әҙербеҙ. Малдарҙың барыһы ла күптән инде ҡураға инеп бөттө. Бар эштәр ҙә һәүетемсә генә бара. Мал аҙығы ла етәрлек әҙерләнгән. Шулай ҙа кемдәр ташып бөтмәгән, ташыйҙар әле. Продукцияның күләменә килгәндә, быйыл былтырғыға ҡарағанда һәр һыйырҙан уртаса 11,9 кг һөт һауып алына, былтыр был күрһәткес 10,1 кг ине. «А7 Агро-БР» хужалығы малдарын бөтөрөүгә ҡарамаҫтан, тулайым һауым быйыл 10,3 центнерға күберәк. Былтыр ул 164,2 центнер тәшкил итһә, быйыл ул 174,5 центнерға барып етте. Бар хужалыҡтар ҙа ла һөт күләме артыуы күҙәтелә. Хәҙер инде ошо темпты юғалтмаҫҡа ғына кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ ошо осорҙа, йәғни ноябрь-декабрь айҙарында һыйыр малдарын яһалма ҡасырыу эштәре лә башлана. Әле бына зоотехниктар һәм КФХ етәкселәре өсөн Өфөлә уҡыуҙар ойошторола. Шулай булғас, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрөргә тура килә, - ти райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғолов.
Читайте нас: