Һәр кем үҙ мәшәҡәте менән донъя көтөп ята. Ауылда эш ғүмерҙә бөтмәй. Бына яҡшымбәттәр «Искра» хужалығы мәшәҡәттәре менән көн итә, ферма улар өсөн икенсе йорт.
Малдар йәйләүҙәрҙән ҡайтты, бесән-ғәләмәт бар, һыйырҙар ҡаралып, һөттәр һауылып тора. Был турала «Искра» хужалығының баш зоотехнигы Әүхәҙи Әхмәҙи улы Хәлитов та һөйләй:
- Малдар ҡышлатыуға кереп бөттө. Һыйырҙарыбыҙҙы ла, быҙауҙарыбыҙҙы ла һарайҙарға урынлаштырып бөттөк. Уларҙы ҡышҡы рацион буйынса ашата башланыҡ. Мал аҙығы етәрлек әҙерләнде. Шулай итеп, ҡыш сығыуға беҙ тулыһынса әҙербеҙ. Һөт буйынса Рим Рафаэль улы Саттаров етәкләгән Яҡшымбәт фермаһы алдынғылар иҫәбендә. Түбәнге Бабалар ауылындағы ферма мөдире Илнур Әхәт улы Исхаҡовтың да хеҙмәткәрҙәре бер ҙә генә ҡалышмай. Үҙегеҙ беләһегеҙ, һыйырҙар ҡураға ингәс, һәр саҡ һөт бер аҙ кәмеүгә табан бара. Әлеге көндә һауым көндән-көн яйлап күтәрелә. Колхоз буйынса көн һайын 86 центнер һөт тапшырып торабыҙ. Һауынсыларыбыҙҙың, малсыларыбыҙҙың да барыһы ла тырышып эшләй, үҙ эштәренә яуаплы ҡарай.