Все новости
Ауыл хужалығы
20 Ноября 2018, 14:01

«БАР КҮҢЕЛЕМ «КИРОВ»ТА БУЛАСАҠ»

Үткән йомала Киров исемендәге хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең ҙур йыйылышы үтте. Унда хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Һәм ошо йыйылышта уның хаҡлы ялға китеүе хаҡында ла мәғлүм булды.

Үткән йомала Киров исемендәге хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең ҙур йыйылышы үтте. Унда хужалыҡ рәйесе Рәмил Туҡаев Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Һәм ошо йыйылышта уның хаҡлы ялға китеүе хаҡында ла мәғлүм булды.


Рәмил Ғиләж улы Туҡаев райондың иң эре хужалыҡтарының береһе етәксеһе вазифаһын яуаплы башҡарҙы, ҡулынан килгәнсе был еңел булмаған йөктө тырышып тартты. Етәксе булараҡ ҡына түгел, ә ябай кеше булараҡ та изге күңелле, тура һүҙле, һәр саҡ ғәҙел, ярҙамсыл булыуы менән дә билдәле ул. Шуға күрә Рәмил Туҡаевтың хаҡлы ялға китеүе бер аҙ күңелһеҙерәк тә. «Юшатыр» гәзите менән дә ул һәр саҡ бәйләнештә булды, ҡуйылған һорауҙарға бирелгән үҙенең төплө яуаптары, аҡыллы фекерҙәре менән ул беҙгә һәр саҡ терәк булып торҙо. Рәмил Ғиләж улы ҡамытты ныҡ елкәгә — Дамир Таһир улы Байгилдинға тапшырып китте. Яңы етәксе лә шулай уҡ тырышып, ең һыҙғанып эшкә тотонор, Киров исемендәге хужалыҡтың даны тағы ла нығыраҡ үҫер, бар йәһәттән дә алдынғы булыр, тигән ышаныста йәшәйбеҙ һәм хужалыҡтың элекке, хәҙерге етәкселәре менән бәйләнешкә сығып, уларҙың да тәьҫораттарын, уй-фекерҙәрен, пландарын белдек.

Рәмил Ғиләж улы ТУҠАЕВ, Киров исемендәге хужалыҡтың элекке рәйесе:

- Бына бөгөн әле генә барып эшемде, машинаны һәм асҡыстарҙы тапшырып ҡайттым. Мин ҡабул иткән ваҡытҡа ҡарағанда, хужалыҡтың эштәре бер аҙ еңелерәк, әлбиттә. Шулай ҙа ауырлыҡтар етәрлек. Яңылыҡтар һәр саҡ килеп тора, тик улар бер ҡасан да беҙҙең файҙаға түгел шул, ҡыҙғанысҡа. Кәңәш кәрәкһә, бүтән төрлө ярҙам кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ, тинем. Үҙегеҙҙең үтенесегеҙ булһа ғына киләсәкмен, ә былай үҙем килеп, юҡҡа-барға ҡыҫылып йөрөмәйәсәкмен, тип, яңы етәксене үҙем етәкләп креслоға алып барып ултырттым. Һөйләшеп, хихылдашып көлөшөп тә алдыҡ, шул уҡ ваҡытта күҙҙән йәштәр ҙә килеп сыҡты. Хужалыҡты батырып китмәнем, намыҫым таҙа. Кредиттарҙы ябырлыҡ итеп бар картинаны асып һалдым. Ошо алынған кредиттарҙы ябып, яҙға яңы кредиттар алып эшләп китергә генә ҡала. Мин үҙем 5 йылға һайланып ҡуйылғанмын, хеҙмәт срогым яҙға ғына тамамлана. Тәүҙә эшемде яҙ көнө тапшырырмын, тип уйлаған инем. Әммә яҙ көнө эште тапшырыу күпкә ҡыйыныраҡ, сәсеү ваҡыты, эш бик күп була. Шуға күрә әле, бер аҙ тынысыраҡ ваҡытта, йәштәр эшкә төшөнөр өсөн ваҡыт күберәк саҡта, китергә булдым. Бер ауылда йәшәйбеҙ, ярҙам кәрәкһә, мин һәр саҡ килергә әҙермен. Үҙем бер ҡасан да килеп ҡыҫылмайым, тиһәм дә, әгәр хилаф эштәр башҡарылыуын ишетһәм, халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә башлаһа, ҙур хаталарҙан йолоп алып ҡалыр өсөн үҙем дә йүгереп барып етәсәкмен, әлбиттә. Йәш рәйескә кадрҙарҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк, тигән кәңәш тә бирҙем. Шулай уҡ хужалығыбыҙ үҙенең яҡшы традицияһын һаҡлап ҡалыр, тип ышанам. Дамир Таһир улы эш барышына төшөнә лә башлаған, интернеттан да ниндәйҙер мәғлүмәттәр алып өлгөргән, хаҡтарҙы белешкән. Үҙем был хужалыҡтың яҙмышына һис кенә лә битараф түгелмен. Ғүмерем буйы ошонда агроном булып эшләнем, ҙур ауырлыҡтар аша 90-сы йылдарҙа ла беҙ уны һаҡлап ҡалдыҡ, тарҡалманыҡ, ә, киреһенсә, киңәйҙек, 3 тапҡырға ҙурайҙыҡ. Ауыл советы хакимиәте, халыҡ менән бергә кәңәшләшеп эшләү һөҙөмтәһе был. Заманалар ауыр, закондар үҙгәреп тора. Бына элек ергә лә, транспортҡа ла һалым булманы. Хәҙер эш хаҡын ваҡытында түләмәһәң, прокуратураға саҡырталар, һалымын йәки кредиттарын ваҡытында түләмәһәң, тағы әллә күпме проблема килеп тыуа. Яңы етәкселеккә тик иң изге теләктәр генә теләйем. Түҙемлек, һәр саҡ уйлап эш итеүен, иғтибарлы булыуын, «юҡ» тип әйтергә өйрәнеүен теләнем. Һәр кем үҙ тауарын маҡтай, шуға күрә ниндәйҙер ҡағыҙға ҡул ҡуйыр алдынан яҡшы итеп уйлар кәрәк икәнен онотмаһын. Минән һуң «хоть трава не расти» тип китмәйем, үҙ фекеремде көсләп таҡмаясаҡмын, шулай ҙа бар күңелем менән ошо хужалыҡта буласаҡмын.

Дамир Таһир улы БАЙГИЛДИН, Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе:

- Бына тәүге көн яңы вазифам урынында ултырам. Бөгөнгә ниндәйҙер ялҡынлы телмәр һөйләй алмайым, әлбиттә. Кешеләр шылтырата, төрлө проблемалары менән килә лә башланылар. Яйлап кәлиәгә кереп китергә тырышам. Беҙҙең алда Кировты һаҡлап алып ҡалыу, алға табан барыу бурысы тора. Бер тауыштан минең өсөн тауыш биргән кешеләрҙең ышанысын аҡларға тырышасаҡмын. Райондың эре хужалыҡтарының береһен етәкләрмен, тип уйламағайным да. Был миңә бик ҙур сюрприз булды. Ошо хужалыҡта мин тракторсы булып эшләнем, быйылғы йылдан алып рәйес урынбаҫары вазифаһын үтәнем. Ғөмүмән әйткәндә, бөтә ғүмерем ошо Киров исемендәге хужалыҡ менән бәйле булды, тиһәм дә, артыҡ булмаҫ. Студент саҡтарҙа ла ошонда килеп эшләп йөрөнөм, Мораптал мәктәбендә директор булып эшләгән саҡтарҙа ла бер ваҡытта ла колхоз менән үҙ-ара бәйләнеш өҙөлмәне. Артабан да ошо хужалыҡтың мәнфәғәтенә тырышып хеҙмәт итергә әҙермен. Ғаилә хәленә килгәндә инде, мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытыусы тормош иптәшем Әлфиә менән Айһылыу һәм Илнур исемле балалар үҫтерәбеҙ.
Читайте нас: