Все новости
Ауыл хужалығы
29 Декабря 2018, 12:48

БАЙРАМ ДА, ЯЛ ДА ЮҠ

Ауыл кешеһенең тормош-көнкүрешен малдан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Малсылыҡтың ни ҡәҙәр мәшәҡәтле икәнен был өлкәлә үҙе тир түккән кеше генә яҡшы аңлай. Бында хеҙмәт итеүселәргә байрам да, ял да юҡ.

Ауыл кешеһенең тормош-көнкүрешен малдан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Малсылыҡтың ни ҡәҙәр мәшәҡәтле икәнен был өлкәлә үҙе тир түккән кеше генә яҡшы аңлай. Бында хеҙмәт итеүселәргә байрам да, ял да юҡ.


Әлеге көндә район хужалыҡтарында мал ҡышлатыу эше нисек бара? 2018 йыл райондың ауыл хужалығы тармағына ниндәй уңыштар килтергән? Был турала район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Шәймарҙан улы Намаҙғоловтан һораштыҡ:

- Районда мал ҡышлатыу эше һәйбәт бара. Бар ерҙә лә эш барышы яйға һалынған, мал аҙығы етәрлек. 2018 йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлайбыҙ. Үткән йыл йомғаҡтарына күҙ һалғанда, бер аҙ күңелде ҡырған яҡтар ҙа бар, әлбиттә. Йыл барышында районда эре мал һаны күпкә кәмене. «Искра» хужалығы ғына 800-ҙән артығыраҡ малдарын һатты. Шулай уҡ «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе» малдарын бөтөрҙө, шунлыҡтан Бөгөлсән фермаһы юҡҡа сыҡты. Мал һаны кәмегәс, һөт тә кәмене, тигән һүҙ. Шулай ҙа малсылыҡта етештереүсәнлек күрһәткестәре былтырғы йыл менән сағыштырғанда, һәйбәтерәк. Малдар ҙа көр. Уртаса артым былтыр 590 грамм булһа, әле был күрһәткес яҡшы яҡҡа үҙгәреп, 654 грамм тәшкил итә. Быҙауҙар ҙа күберәк тыуа. Фермаларҙа эш көйлө бара. Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре менән һәр ваҡыт осрашып, һөйләшеп торабыҙ. Бар кеше Яңы йыл каникулдарында рәхәтләнеп ял иткән саҡта ла, малсылыҡта эшләгәндәргә ял да, байрам да юҡ. Улар буранға ла, сатлама һыуыҡтарға ла ҡарамай, үҙҙәренең эш урындарына ашыға.

Районыбыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен Яңы 2019 йыл байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым. Тағы бер йыл артта ҡалды. Ул кемдер өсөн һәйбәт булһа, кемдер өсөн әҙерәк уңышһыҙыраҡ та булғандыр. Шуға ҡарамаҫтан, яңы тыуған йыл күпкә уңышлыраҡ килер, тигән өмөттәр менән йәшәйек. Ғөмүмән әйткәндә, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре — иң ҙур оптимистар. Улар һәр саҡ киләһе йыл уңышты ла күберәк алырбыҙ, малдарыбыҙ ҙа көрөрәк булыр, продукциябыҙ ҙа артыр, тип алдағы көнгә тик ҙур ышаныстар менән генә ҡарай. Әйҙәгеҙ, шул оптимизмды юғалтмайыҡ! Алдағы йылдарҙа ла шулай бергә-бергә, дәртләнешеп, уңышлы ғына эшләргә яҙһын! Яңы йыл һеҙгә тик яңы бәхеттәр, яңы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ҡыуаныс-шатлыҡтар ғына алып килһен!
Читайте нас: