Все новости
Ауыл хужалығы
29 Декабря 2018, 12:18

МАЛ АҘЫҒЫ МУЛ

Республикабыҙҙа һәм дә районыбыҙҙа малсылыҡ продукцияһы етештереүҙә уңышлы эшләгән «Искра» ауыл хужалығында әлеге мәлдә ялан-ҡырҙағы һалам-бесәнде малсылыҡ фермалары эргәһенә ташыу бара. Автор фотоһы

Республикабыҙҙа һәм дә районыбыҙҙа малсылыҡ продукцияһы етештереүҙә уңышлы эшләгән «Искра» ауыл хужалығында әлеге мәлдә ялан-ҡырҙағы һалам-бесәнде малсылыҡ фермалары эргәһенә ташыу бара.


- Мал ҡышлатыуға һәйбәт әҙерләндек, тип иҫәпләйем. Бөтә төр мал аҙығы һөтсөлөк фермалары ихатаһында,-ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Әүхәҙи Хәлитов.

Хужалыҡта йәмәғәт секторы ла, шәхси хужалыҡтар ҙа мал аҙығы менән тәьмин ителгән. Хужалыҡта игенгә лә сикләү юҡ, пенсионерҙар, бюджет хеҙмәткәрҙәре күпме теләй, шул тиклем иген ала. Мал аҙығы мул булғас, продуктлылыҡ та юғары. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, бөгөнгө көндә хужалыҡта 20-25 центнерға күберәк һөт һауыла.

- Мәләүез шәкәр заводынан жом менән потока ҡайтарыла, хужалыҡтың ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводынан яҡшы аҙыҡ ашатыла малдарға, һауылған һөттөң сифаты яҡшы, һөттөң ҡуйылығы 4,1-4,3% тәшкил итә, - ти Ҡотлоюл һөтсөлөк фермаһы мөдире Иҙрис Боҫҡанов.

Һауынсылар Фидәлиә Боҫҡанова, Маһинур һәм Бикә Аҡһаровалар, Рәйфә Арыҫланова, мал һимертеүҙә Илдус Аҡһаров менән Ирек Яманһаров, Урал һәм Юнир Аҡһаровтар үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Абдул һөтсөлөк фермаһы етәксеһе Рәмил Ниғмәтуллин, һауынсылар Гөлзифа Юлдашева, Гөлнара Аҡсурина, Гөлсәсәк Абдуллина, мал ҡараусылар Наил Ниғмәтуллин, Хәйҙәр Халитов малдарҙың ҡышҡы осорҙа продуктлылығын төшөрмәй.
Читайте нас: