Все новости
Ауыл хужалығы
15 Января 2019, 14:01

МАЛ ҺУЙЫУ ЦЕХЫ АСЫЛДЫ

Үткән йомала Ермолаевоның Вокзал яны урамында яңы мал һуйыу цехы асылды. Белеүегеҙсә, районда был икенсе мал һуйыу майҙансығы.

Үткән йомала Ермолаевоның Вокзал яны урамында яңы мал һуйыу цехы асылды. Белеүегеҙсә, районда был икенсе мал һуйыу майҙансығы.


Тантаналы асыу мәлендә район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов, Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы буйынса ветстанция начальнигы Рәмилә Иҫәнғолова ҡатнашты.

Элекке сөгөлдөр ҡабул итеү пункты бинаһын Мәләүездән килгән шәхси эшҡыуар Айҙар Юсеев алған да, ошонда мал һуйыу майҙансығы булдырған. Әхәт Йәүҙәт улы иң тәүҙә цех хеҙмәткәрҙәренә был еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне. Һуңынан Айҙар Мәргән улы мал һуйыу цехы эше менән яҡындан таныштырып үтте. Цехта мал һуйыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Кәрәкле анализдар алыу лабораторияһы эше лә ойошторолған, һыуытҡыстар ҙа урынлаштырылған. Цех тәүлегенә 25 мал һуйыу мөмкинлегенә эйә. Мал ҡайҙан килеп керә, артабан ниндәй стадиялар аша үтә — быларҙың барыһын да Айҙар Юсеев тәфсирләп һөйләп бирҙе. Бында 5-6 кеше эшләйәсәк. Мал ташыр өсөн уларҙың 4 арбалары бар. Хаҡтарға килгәндә инде, һыйырҙы алып килер өсөн километрына 20 һум, ә арбаларын алып торған өсөн 400 һум түләргә кәрәк буласаҡ. 300 килограмға тиклемге бер баш һыйыр малын һуйыу хаҡы — 1500 һум. Бынан да ауырыраҡ малдар өсөн өҫтәмә хаҡ ҡаралған. Бер баш йылҡы малын һуйыу 1800 һум, ә һарыҡ-кәзәләрҙе һуйыу 400 һум тора. Шулай уҡ бында тире лә ҡабул итәсәктәр.

Малды алып килгән саҡта силсәүиттән справка йәки хужалыҡтан накладной, ветеринарҙан рөхсәт ҡағыҙы кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ ит артабан ҡайҙа китәсәге хаҡында ла мәғлүмәт талап ителә.

Мал һуйыу цехы, йәкшәмбе һәм дүшәмбенән тыш, башҡа көндәрҙә 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Барлыҡ һорауҙарығыҙ менән 89273002395 телефоны аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: