Все новости
Ауыл хужалығы
22 Января 2019, 12:01

МАЛСЫЛЫҠТА – ЯҢЫ ПРОГРАММА

Үткән йома көндө район хакимиәтендә «Регагро» программаһы буйынса төбәк кәңәшмәһе уҙҙы. Унда БР ветеринария идаралығы етәкселәре, район хакимиәте етәкселәре, белгестәре, шулай уҡ Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарының ветеринар станция начальниктары, белгестәре, КФХ һәм АХП етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин асты. Аҙаҡ республикала эпизоотик хәлдәр тураһында Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов һөйләне. Эпизоотик модулде “Регагро” программаһына индереү буйынса был программаның вәкиле Сергей Шерстобоев сығыш яһаны.

- “Регагро” программаһына инеү өсөн малдарға 9 һанлы код менән биркалар ҡуйыла. Был ысул барлыҡ уңайлы мөмкинселектәрҙе тыуҙыра. Әгәр берәй мал ағыуланһа, йә берәй техника бәреп киткән хәлдә лә, ошо биркалары буйынса интернет селтәре аша хужаларының исем-фамилияһын табып була, - тине Сергей Борисович.
Читайте нас: