Все новости
Ауыл хужалығы
25 Января 2019, 14:09

«СТАРТ ӨСӨН ЕТЕРЛЕК»

Кооперация төҙөгөҙ, тип йыл да Өфөнән белгестәр килеп, бының менән ҡыҙыҡһынған халыҡты, ауыл советы хакимиәте башлыҡтарын йыйып, аңлатыу эштәре алып бара. Кисә Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Бахмут, Ермолаево, Керәүле-Илюшкин, Шәбағыш силсәүиттәре өсөн ошондай сара уҙҙы.

Кооперация төҙөгөҙ, тип йыл да Өфөнән белгестәр килеп, бының менән ҡыҙыҡһынған халыҡты, ауыл советы хакимиәте башлыҡтарын йыйып, аңлатыу эштәре алып бара. Кисә Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Бахмут, Ермолаево, Керәүле-Илюшкин, Шәбағыш силсәүиттәре өсөн ошондай сара уҙҙы.


- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән инициатива төркөмө төҙөү маҡсатында бында йыйылдыҡ. Былтыр республика буйынса бөтәһе 155 төркөм инициатива белдерҙе. Уларҙың 116-һы барлыҡ һынауҙарҙы ла үтеп, документтарын әҙерләп, грант алды. Беҙҙең райондан кооперацияға берләшергә теләгән 16 төркөм булдырылғайны. Һуңынан 5 инициатива төркөмө ныҡлы уйлап, эште дауам итте. Һөҙөмтәлә уларҙың 4-әүһе эштәрҙе аҙағына тиклем теүәлләп, барлығы 11 млн һум грант алыуға иреште, - тип башланы һүҙҙе Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов.

Шулай итеп, Ермолаевола «Куюргазамясопродукт» (рәйесе Фәнис Ғәлиев) ит эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Уларҙың ҡоролмалары 90%-ҡа әҙер. Ефрат Искәндәров рәйеслегендәге Яҡшымбәт кооперацияһы иген таҙартыу, эшкәртеү, тирмән комплексы эшенә тотонорға әҙерләнә. Әлеге көндә улар кәрәкле ҡоролмалар алыу менән мәшғүл. Ҡунаҡбайҙағы «Алға» кооперацияһын Абдрахман Сөләймәнов етәкләй. Улар халыҡты комплекслы хеҙмәтләндерә, йәғни мал аҙығы әҙерләү, һөт йыйыу һәм башҡа шуның кеүек эштәр башҡара. Үҙҙәренең төркөмөн «Молочная радуга» тип атаған Илкәнәй кооператорҙарының эше шулай уҡ һөт йыйыу һәм уны эшкәртеүгә бәйле. Уларҙың рәйесе — Нурзия Әхтәмова.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ауыл хужалығы кооперативына дәүләт 3 млн һумға тиклем финанс ярҙам күрһәтә. Был аҡсаға улар кәрәкле ҡоролмалар алырға тейеш. Уны алыр өсөн инициатива төркөмө төҙөп, ниндәй йүнәлеш буйынса эш башҡарыуың, ниндәй ҡоролмалар кәрәклеге хаҡында документтар әҙерләргә кәрәк. Бынан тыш төркөмдөң 9% үҙ аҡсаһы ла булырға тейеш. Мәҫәлән, 1 млн һум ярҙам алырға уйлаһаң, 90 мең һум, ә 3 млн һум грант алыр өсөн 270 мең һум үҙеңдең финансың булыуы мотлаҡ.

«Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы консультация үҙәге» учреждениеһы менеджеры Азат Ғабдуллин буласаҡ кооператорҙарға нимә эшләргә, ҡайҙа барырға икәнлеге хаҡында ентекле аңлатты.

- 3 млн һум аҡса бик күп түгел, әлбиттә. Шулай ҙа тәүге старт алыр өсөн етәрлек. Кооперация асабыҙ, тип йәштәр Себер яҡтарынан ҡайта башланы. Шуныһы ҡыуаныслы. Быйыл грант күберәк эшкәртеү менән шөғөлләннәсәк төркөмдәр өсөн бүленәсәк. Үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек ҙур һорау менән ҡулланыла. Шуға күрә магазиндарҙа ошондай аҙыҡ-түлек мул булһын өсөн тырышабыҙ. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, ит көйөнсә һатҡанса, колбаса эшләп һатһаң, күпкә табышлыраҡ. Һөттө лә һыуытһаң йә пастеризациялаһаң, ике тапҡырға ҡыйбатыраҡҡа һатып була. Кооператив өсөн 3 млн аҡса алһағыҙ, артабан башҡа төрлө программалар буйынса ла ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ, - тине ул.

Залдан:

- Ярай кооператив төҙөнөк, аҡса алдыҡ, ти. 2-3 йылдан эшләй алмайынса, тарҡалһаҡ, аҡсаны кире ҡайтарырға тура киләсәкме? - тигән һорау яңғыраны.

- Әгәр 3 йыл буйы эшләйһегеҙ икән, ул саҡта аҡсаларҙы кире ҡайтарырға кәрәкмәйәсәк, - тигән яуап булды.

- Ҡымыҙ менән шөғөлләнергә теләнек, ти. Бейә һатып алыр өсөн аҡса бүленмәйме? Аҡсаны ҡоролмалар алыр өсөн генә тиһегеҙ бит.

- Мал алыр өсөн аҡса бирелмәй шул. Әгәр кооператив төҙөһәгеҙ, мал алыу өсөн икенсе программа буйынса ташламалар буласаҡ.

Ҡайһылыр районда кооператорҙар һөт автоматтары алып ҡуйғандар икән. Кешеләр килеп автоматҡа аҡсаһын тығып, күпме һөт кәрәк, шунсама ағыҙып ала, ти. Ошо миҫал сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Шулай итеп, тиҙҙән беҙҙең районда ла, бәлки, шундай һөт автоматтары барлыҡҡа килер әле.

Ошондай уҡ һөйләшеү кисә Яҡшымбәт һәм Түкән ауылдарында ла үтте.
Читайте нас: