Республикабыҙҙа һөрөнтө ерҙәр һәм мал һаны буйынса бишенсе урынды биләгән «Искра» ауыл хужалығы етештереү кооперативында мал ҡышлатыуға етди әҙерләнделәр: 2797 тонна бесән, 5664 тонна силос һәм 4500 тонна иген фуражы һалынды. Һәр бер шартлы баш малға 25 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.
Хужалыҡ етәкселеге, ферма мөдирҙәре, һауынсылар һәм малсыларҙың тырышлығы, уңғанлығы әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташлана: бөтә ерҙә таҙалыҡ, биналарҙа капиталь ремонт үткәрелгән, ҡайһы бер ҡуралар яңынан реконструкцияланған. Һыйыр малдары иркен ялан кәртәлә тотола.
Малдарға аҙыҡ таратыу ҡул көсө файҙаланылмайынса башҡарыла. Механизатор Фаил Түләков «Хозяин» мал аҙығы турағысында эшләй. Уның әйтеүенсә, әлеге агрегат малдарға аҙыҡты тейешле кимәлгә еткереп бирә. Был үҙ сиратында продуктлылыҡты күтәреүгә булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә, хужалыҡта һәм районыбыҙҙа иң күп һөт Яҡшымбәт һөтсөлөк фермаһында һауыла, тәүлегенә 33 центнер. Ферма мөдире Рим Саттаров - үҙ эшенә яуаплы ҡараған етәкселәрҙең береһе. Һауынсылар Гөлфиә Чурина, Әлфиә Мирасова, Гөлшат Саттарова, Нурсилә Сәлтәшева иң күп һөт һауыусылар иҫәбендә.
Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа һәм районыбыҙҙа иң-күп һөт етештереү буйынса хужалыҡтың Яҡшымбәт һөтсөлөк фермаһы булһа, унан һуң Түбәнге Бабалар һөтсөлөк фермаһы килә, мөдире - йәш етәксе Ильнур Исхаҡов. Бында тәүлегенә 35 центнер тауар етештерелә.
Был коллективта күпселеге утыҙ биш-ҡырҡ йәштәгеләр эшләй. Һауынсылар Вилиә Ишмөхәмәтова, Гөлсәсәк Хәлитова, Эльвира Ғәлимова, Лилиә Боҫҡанова, Рита Шәриповалар иң - күп һөт һауыусылар иҫәбендә. Моторист Рәсил Мөхәмәтйәнов, үҙ сиратында, заманса һөт һауыу комплексының теүәл эшләүен тәьмин итә. Келәт мөдире Зилә Таипова, фуражсы Флүр Ишмөхәмәтов, малсылар Рәсил Мөхәмәтшин, аталы-уллы Сәлмән һәм Рушан Ишмөхәмәтовтар, Рифат Искәндәров, Илшат Боҫҡанов, Мөнир һәм Урал Ғәлимовтар, йәш һыйыр малдарын, быҙауҙарҙы тәрбиәләүсе Нәфисә Исхаҡова, Әлфиә Ишмөхәмәтова һәм хеҙмәт ветераны Зилә Ғәлимовалар, шулай уҡ бригаданың башҡа ағзалары мал ҡышлатыуҙың мөһимлеген аңлап эш итәләр.
- Хеҙмәткәрҙең эш шарттары яҡшы икән, хеҙмәт күрһәткестәре лә юғары була, шуға күрә бөтәһе лә тырышып эшләй, уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ, - ти бригада етәксеһе Рәфис Тәлғәт улы Боҫҡанов.
Ысынлап та, шулай. Берҙәм коллектив булғанға, бихисап үҙгәртеп ҡороуҙар, ҡырыҫ конкуренция шарттарында ла үҙ йөҙөн юғалтмайынса, ҡиблаһынан тайпылмай, халҡын социаль-яҡтан ҡурсалап, эш менән тәьмин итеп, үҙ эшен дауам итә «Искра» хужалығы.