Үткән йома район хакимиәтенең кәңәшмәләр залына ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Был көндө улар үткән йылға йомғаҡ яһап, 2019 йылға эштәр планлаштырҙы.
Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең еңел булмаған эшен билдәләргә, уларҙы ҡотларға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Рузалия Хисмәтуллина менән Валерий Шәрипов, БР Ауыл хужалығы министрлығының аналитика бүлеге начальнигы Юлия Путятинская килгәйне.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәт итеүҙәре, тырышлыҡтары өсөн оло рәхмәт әйтте. Артабан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин отчет докладын:
- Тәбиғәт һәм шулай уҡ ҡатмарлы финанс-иҡтисад шарттарына ҡарамай, районыбыҙ ауыл хеҙмәтсәндәре тырышып хеҙмәт итә. 2018 йылдың һауа торошо кире йоғонто яһамай ҡалманы, иген ул хәтлем яҡшы булманы, ҡыҙғанысҡа, үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла 2017 йылда ҡуйған рекордты ҡабатлап булманы, - тигән һүҙҙәр менән башланы.
- Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт субсидия менән ярҙам итеп тора. Техника алыу өсөн дә финанс ярҙам бүленә. 2019 йылда техника алған өсөн субсидия программаһы дауам итә. Ғинуарҙа 16 млн 558 һумлыҡ техника алынды ла инде — Ф. Әҙеһәмов КФХ-һы «Кировец», И. Мәзитов «Массей Фергюсон» тракторҙары алды. 2019 йылғы баҫыу эштәренә 222 тракторҙы ремонтларға кәрәк, бөгөнгө көндә 140-ы әҙер. Техосмотр үтеү — иң мөһим сараларҙың береһе булып тора, быйыл ул 4 мартта башланасаҡ. Техник күҙәтеү үтеүгә етди ҡарарға саҡырам. 2017 йылда районда үлемгә килтергән 2 бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Ҡыуанысҡа, 2018 йылда бындай осраҡтар булманы, - тип дауам итте.
Шулай уҡ Нәүғәт Кәлимулла улы сығышында үҫемлекселектә орлоҡҡа, ашлама менән туҡландырыуға ҙур иғтибар бирергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе:
- Әлеге көндә орлоҡ сифатын тикшереү эше бара. Сәсеү эштәре башланыуға күп ваҡыт ҡалмай, шуға күрә орлоҡтарҙы тиҙерәк тикшереүгә тапшыра һалығыҙ. 6 февралгә ҡарата ужым культураларының 68% майҙаны ҡәнәғәтләнерлек, 15%-ы яҡшы, 17% майҙан насар хәлдә. Ужымдың насар булыуы йәй көнө ямғырҙың аҙ булыуы менән бәйле. Район буйынса иген культураларының уртаса уңдырышлылығы республика күрһәткестәренән 1,5 тапҡырға кәмерәк. Бында һауа торошо ла роль уйнай, әлбиттә. Шулай ҙа тағы бер сәбәп — ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологияларын боҙоу, тип һанайым. Культураларҙың сәсеү әйләнеше тәртибен боҙоу — иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала. Шулай уҡ орлоҡтоң сифатына ҡарар кәрәк. 2018 йылда 4336 гектарҙа элиталы орлоҡ сәселгән. Был барлыҡ сәсеү майҙанының 4,5%-ын тәшкил итә. Беҙгә бындай сәсеү майҙанын 20%-ҡа еткереү бурысы тора.
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса район хужалыҡтарында 25793 баш мал иҫәпләнә. Уларҙың 10272-һе — һыйыр малы. Аттар һаны — 1585, сусҡалар — 2052, һарыҡ һәм кәзәләр — 13813.
2018 йылда эре хужалыҡтарҙағы ауыл хужалығы продукцияһынан 500 млн һум аҡса алынған. Таҙа килем 66 млн һум тәшкил итте. Был 2017 йыл менән сағыштырғанда 7 млн һумға күберәк. Алдағы йылдарҙағы кеүек үк килем көнбағыштан һәм һөттән алына, - тине ул сығышында.
Тағы ла ул «Меркурий» программаһы буйынса күп эш башҡарған ветеринарҙар хеҙмәтен билдәләп үтте, иң алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе лә барланы. Шулай уҡ был көндө алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.