Все новости
Ауыл хужалығы
15 Марта 2019, 16:02

Әһәмиәтлерәк үтте

12 мартта Өфөлә Агросәнәғәт форумы эш башланы. "Агрокомплекс-2019" тип исемләнгән сарала төрлө темаға 30-ҙан ашыу секция ойошторолған. Ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлекселек, малсылыҡ, ветеринария, аҙыҡ-түлек, уны эшкәртеү, фермаларға ҡоролма һәм башҡа йүнәлештәр буйынса күргәҙмәләр уҙа. Дүрт көн дауам киткән форумға районыбыҙҙан да делегация барҙы.

12 мартта Өфөлә Агросәнәғәт форумы эш башланы. "Агрокомплекс-2019" тип исемләнгән сарала төрлө темаға 30-ҙан ашыу секция ойошторолған. Ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлекселек, малсылыҡ, ветеринария, аҙыҡ-түлек, уны эшкәртеү, фермаларға ҡоролма һәм башҡа йүнәлештәр буйынса күргәҙмәләр уҙа. Дүрт көн дауам киткән форумға районыбыҙҙан да делегация барҙы.

Форумда ҡатнашҡан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллиндың фекерен белештек.

- Агросәнәғәт форумында һәм уның эшлекле программаһында ҡатнашыу өсөн Өфөгә Чехия, Австрия, Германия, Даниянан һәм башҡа ерҙәрҙәге аграр йүнәлештәге тиҫтәләгән компания һәм фирма етәкселәре лә килде. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда быйылғы форум күпкә әһәмиәтлерәк үтте. Унда донъя күләмендәге аграр ҡаҙаныштар менән танышыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу һәм ауыл хужалығы етештереүселәре менән эшлекле һөйләшеүҙәр булды. Тематик секция һәм “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә аграр бизнестың төрлө йүнәлештәре буйынса етди фекер алышыуҙар барыһына ла оҡшаны.

Шулай уҡ агрокомплекс күргәҙмәһендә яңы техника ла бар ине. Был техника шыйыҡ ашламалар ҡулланыу өсөн Рәсәйҙә махсус сығарыла башлаған. Бындай ашламаны ҡулланырға күптән хыяллана инек, тик тейешле техника булмау сәбәпле, кисектерелә килде. Киләсәктә барыһы ла үҙгәрер, тип көтәбеҙ.

Форум фермерлыҡты үҫтереүгә, ауылда кооперация хәрәкәтен йәнләндереүгә етди этәргес бирер, тип ышанабыҙ. Башҡа ерҙәрҙә кооперация ныҡ үҫешкән, улар был ойошоуҙың күпкә уңайлыраҡ икәнлеген аңлаған. Был йүнәлештәге төрлө ҡулайлы программаларҙа ла ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, агролизинг программаһы шул тиклем уңайлы, унда аҙ процент менән генә техника алып була. Субсидиялар алыу ҙа ҡаралған. Былтыр беҙҙең 131 фермерыбыҙ һәм 13 хужалығыбыҙ араһында барыһы ла субсидия алһа, быйыл 44 етештереүсе генә ала алды. Сөнки беҙ биргән кәңәштәргә ваҡытында ҡолаҡ һалмайҙар, был юлы ла тикшерергә орлоҡтарын ваҡытында бирмәнеләр, шул сәбәпле субсидиялар алыуҙан төшөп ҡалдылар, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы.
Читайте нас: