Все новости
Ауыл хужалығы
26 Марта 2019, 14:56

Завод булһа, Себер кәрәкмәй

Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов ауылы, унда йәшәгән халҡы яҙмышына битараф түгел, һәр саҡ эшлекле тәҡдимдәр менән йөрөй.

Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов ауылы, унда йәшәгән халҡы яҙмышына битараф түгел, һәр саҡ эшлекле тәҡдимдәр менән йөрөй. Әле ул Илкәнәйҙә һөт эшкәртеү заводы булдырыу өсөн тырыша. Завод буласаҡ буш торған элекке контора бинаһына ярайһы ғына ремонт башҡарылған: тәҙрәләре алмаштырылған, плиткалар түшәлгән. Бында барыһы өсөн (сепаратор, һыуытҡыс һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр) 2 миллион 800 мең һум самаһы аҡса кәрәк.

- Халыҡ өсөн тырышҡан эш. Бында 2-3 кеше эшләйәсәк. Һөттөң литрын 20 һумдан алһаҡ та, халыҡҡа барыбер файҙаһы тейәсәк. Һөт һатам, тип Күмертауға йөкмәнеп барырға, урын өсөн аҡса түләргә лә кәрәкмәй, бензин да ҡыйбат, ваҡыт та әрәм булмай. Әгәр заводыбыҙ эшләй башлаһа, бында һөтөн тапшырып бер һыйыр тотҡан кеше айына яҡынса 10 мең һум аҡса эшләй аласаҡ. Әгәр ике һыйырың бар икән - 20 мең. Был - ауыл халҡы өсөн яҡшы аҡса, Себергә барып эшләп йөрөргә лә кәрәкмәйәсәк, - ти Тимур Насибулла улы. Илкәнәйҙәрҙең теләк-ниәте килеп сыҡһын, Тимур Насибулла улының да эшлекле тәҡдимдәре бермә-бер артһын, тип теләргә генә ҡала.
Читайте нас: