Шаршамбы көнө Киров исемендәге хужалыҡтың отчет йыйылышы уҙҙы. 2018 йылға отчет һәм 2019 йылға пландары менән хужалыҡ етәксеһе Дамир Таһир улы Байгилдин сығыш яһаны. Яҙғы сәсеүгә әҙерлек, финанс мәсьәләләре буйынса ентекле һөйләгәс, ул йыйылышҡа килгән халыҡҡа мөрәжәғәт итеп: «Мин бер үҙем генә бер эш тә башҡара алмаясаҡмын. Бергәләп эшләһәк кенә, бар эштәребеҙ ҙә алға китәсәк, хужалығыбыҙҙы ла һаҡлап алып ҡалырбыҙ», - тине. Йыйылышта ҡатнашыусы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлмулла улы Хисмәтуллин да: «Дөрөҫ, бергә булырға кәрәк. Бергә, татыу эшләһәгеҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Бөтәһе лә һеҙҙән тора», - тип уның һүҙҙәрен йөпләне.
Киров исемендәге хужалыҡтың яҙғы сәсеүгә әҙерлек барышы менән дә таныштыҡ. Техника торошо тураһында беҙгә хужалыҡтың баш инженеры Рәшит Ғисмәтуллин: «Сәсеүгә әҙерләнеп бөтә яҙҙыҡ. Тракторҙарыбыҙҙың 90%-ы бөгөнгө көндә әҙер. Тырмалар, сәскестәр ҙә ҡаралған. 99 тракторыбыҙҙың 5-әүһе бына-бына ремонттан сығырға тора. Шулай уҡ яңы техникаларға тәгәрмәстәр алып ҡайттыҡ. Конкурс нигеҙендә сифатлыраҡ һәм арзаныраҡ дизель яғыулыҡ табып, ташый ҙа башланыҡ», - тип һөйләне. Баш агроном Азат Кинйәғолов: «Әлеге көндә бар көстө орлоҡ әҙерләүгә һалабыҙ. Орлоҡ етәрлек. Бөгөн-иртәгә орлоҡто ағыулау эштәрен башларға ниәтләйбеҙ. Уны башҡарыусы хеҙмәткәрҙәребеҙ тейешле медицина тикшеренеүе үтеп бөттө. Шулай уҡ минераль ашламалар алып ҡайттыҡ. Барыһы ла техниканан тора инде. Техникабыҙ ғына түҙһен, беҙ әҙер», - ти.
Шулай итеп, район хужалыҡтары яҙғы сәсеү эштәренә тулыһынса әҙер, тип әйтергә була. Беҙгә уларға уңыштар теләргә генә ҡала. Ни сәсһәң генә түгел, ә юғары уңыш алыу өсөн нисек һәм ҡасан сәсеү ҙә мөһим икәнен уларҙан да яҡшы белгән кеше юҡ.