Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Был турала БР буйынса Росселхознадзорҙың Дәүләт инспекторы Эмиль Биктимеров та һәр ваҡыт ҡабатлап ҡына тора. «Орлоҡ әҙерләүгә етди ҡарамайҙар. Беҙ йыл да орлоҡ сифаты буйынса тикшереүҙәр үткәреп торабыҙ. Әммә һәр ваҡыт орлоҡто һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоусыларға юлығабыҙ. Шулай уҡ орлоҡто сит өлкәләрҙән алып килеүселәр күп. Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйҙең орлоҡ баҙары сифатһыҙ продукция менән тулған. Ниндәйҙер шикле орлоҡтоң ҡайҙан килгәне лә билдәһеҙ. Һәр кешенең паспорты булырға тейеш булған кеүек, сәсеү өсөн тәғәйенләнгән орлоҡтоң да сифаты һәм сорты хаҡында тейешле документтары булырға тейеш», - ти ул.
Ауыл хужалығы буйынса үткән кәңәшмәләрҙә лә беҙҙең райондың ауыл хужалығы белгестәре сәскән орлоҡтоң сифатына ныҡ иғтибар бирегеҙ, тип күп кенә тапҡырҙар тылҡый. Әлеге көндә районда яҙғы сәсеүгә әҙерлек нисек бара икән? Бөгөн шул турала белешергә булдыҡ.
БР буйынса «Россельхозцентр»ҙың Көйөргәҙе район-ара бүлеге начальнигы Булат Ишбулды улы Ғафаров:
- Район хужалыҡтарында яҙғы сәсеүгә әҙерлек эштәре гөрләп бара. План буйынса орлоҡҡа тигән 7759 тонна бөртөклө культура тикшерелергә тейеш ине. Бөгөнгө көндә план 113%-ҡа арттырып үтәлде, йәғни 8778 тонна тикшерелде. Был культураларҙың 97,7%-ы кондициялы, ГОСТ-ҡа ярашлы орлоҡ. Ҡалғандарын таҙартырға кәрәк. Шулай уҡ 7731 тонна орлоҡ төрлө ауырыуҙарға ҡарата тикшерелде. Һөҙөмтәлә 31% бойҙайҙа, 51% арпала, 32% һолола, 23% борсаҡта төрлө сирҙәр барлығы асыҡланды. Хәҙер был культураларҙы эшкәртергә, ағыуларға кәрәк буласаҡ, - тине.
Баш инженер Мотаһар Ғамир улы Ибраһимов белдереүенсә, район хужалыҡтары техникаларын яҙғы сәсеүгә әҙерләп бөткәндәр тиерлек. Тракторҙарҙың 95%-ы тулыһынса әҙер. 4 марттан алып техник күҙәтеү эштәре башланған. «Күбеһенсә АХК һәм яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр техосмотр үтеүҙә әүҙемдәр. Бөгөнгө көндә 40% тракторҙар техник яҡтан тишерелде лә инде. Сәскестәр, культиваторҙарҙың барыһы ла яҙғы сәсеүгә тулыһынса әҙер. Хужалыҡтарға 30% дизель яғыулыҡ алынды» - ти ул.