Все новости
Ауыл хужалығы
5 Апреля 2019, 13:42

«Тимер аттар»ҙы әҙерләйбеҙ

Яҙ һулышы игенсегә яңы хәстәрлектәр өҫтәй. «Искра» хужалығында ла яҙғы баҫыу эштәренә техниканы әҙерләү, уға техник яҡтан күҙәтеү үткәреү, келәттәрҙә орлоҡ әҙерләү, төрлө ауырыуҙарҙан, бөжәктәрҙән зарарланмаһын өсөн, уны химик препараттар менән эшкәртеү, яғыулыҡ-майлау материалдары туплау өҫтөндә әүҙем эш алып барыла.

Ауыл хужалығындағы эштәрҙең иң тығыны, ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сығыуҙы талап иткәне - яҙғы баҫыу эштәре. Ул һуҙмайлауҙы, илке-һалҡылыҡты ғәфү итмәй. «Яҙғы сәсеүҙе төҙөк техникаһыҙ юғары кимәлдә үткәреү мөмкин түгел. «Тимер ат»тарҙың ҡайһыларын көҙҙән ипкә килтереп, башҡаларын әлеге ваҡытта әҙерлек һыҙығына ҡуйыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Хужалығыбыҙҙың машина-трактор паркына зарланаһы түгел, техника етерлек. Баҫыуҙарға быйыл бөтәһе йөҙгә яҡын агрегат сығасаҡ», - ти «Искра» хужалығының баш инженеры Рәйес Рахманғолов.
Читайте нас: