Шаршамбы көндө «Искра» хужалығының яҙғы баҫыуҙарында техника тауышы яңғыраны: ниһайәт, игенселәребеҙ тырмаға төштө. Шулай итеп, яҙғы баҫыу эштәрен Түбәнге Бабалар, Көйөргәҙе һәм Ҡотлоюл бүлексәләре механизаторҙары башлап ебәрҙе. Әлеге ваҡытта дым ҡаплау, ужым культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыу уңышлы бара.
Быйыл «Искра»лар минераль ашламаны сәсеүлектәргә күберәк индермәксе. Әлеге хужалыҡта тейешле күләмдә ашлама ҡайтарылған. Шул уҡ ваҡытта, баҫыуҙарға тиреҫ сығарыла.
- Баҫыу эшсәндәренең егәрлелегенә, һәр ҡушылған эште намыҫ менән үтәүенә һөйөнәм, - ти Ҡотлоюл бригадаһы етәксеһе Ғәҙелхәй Боҫҡанов.
Хужалыҡ баҫыуҙарында эш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Шәүкәт Ишкинин, Буранбай һәм Илмир Кинйәғоловтар, Фидан һәм Инсаф Боҫҡановтар, Ислам һәм Илнур Аҡһаровтар, башҡа механизаторҙар үҙ эштәрен еренә еткереп башҡара.