Районда «2019 йылда Көйөргәҙе районы хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыу» темаһы буйынса агроконференция үтте. Унда район хужалыҡтары етәкселәре, төрлө өлкә белгестәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Кәңәшмә «Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәтенең, техника һәм агрохимикаттар етештереүселәрҙең күргәҙмәһе менән танышыуҙан башланды.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов конференцияны асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин ҡунаҡтар һәм сараның программаһы менән таныштырып үткәс, ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы Айҙар Туйгилдин яҙғы сәсеүгә әҙерлек эштәре буйынса доклад менән сығыш яһаны.
- 2019 йылда 92 814 га майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре 10 апрелдә башланды ла инде. Әлеге көндә дым ҡаплау һәм ужым культураларын азотлы ашлама менән туҡландырыу эштәре башҡарыла. Ужым культуралары 16 646 га майҙанда сәселгән. Шуның 13 440 га яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек, 2 706 га (16,7%) - насар хәлдә, - тип башланы һүҙен Айҙар Юнир улы. Артабан ул иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандары кәмеүе, ә көнбағыш баҫыуҙарының артыуының ыңғай һәм кире яҡтары хаҡында аңлатып үтте. Шулай уҡ ул яҡшы уңыш алыу өсөн иң беренсе юғары сифатлы орлоҡ сәсергә кәрәклеге хаҡында тағы бер ҡабатлап үтте.
- Район хужалыҡтарында бөгөнгө көндә 700 га майҙанға етәрлек 159 т иген һәм ҡуҙаҡлы игендең элиталы орлоғо алынған. «Ватан» хужалығы 1237 га майҙанда элиталы орлоҡ сәсәсәк. Шулай итеп, быйыл районда барлығы 3% майҙанда ғына элиталы орлоҡ сәселәсәк. Был бик аҙ. Беҙҙең алда уны 20%-ҡа тиклем арттырыу мәсьәләһе тора, - тип дауам итте һүҙен һәм артабан минераль ашламаларҙың кәрәклеге хаҡында һөйләне баш агроном.
Баш инженер Мотаһар Ибраһимовтың сығышынан билдәле булыуынса, районда 499 берәмек трактор иҫәпләнә. Уларҙың 398-е баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ.
- Киров исемендәге, «Искра», «Нива», «Ватан», «Түкән» хужалыҡтары һәм фермерҙар Ә. Усманов, И. Мәзитов ремонт эштәрен графикка ярашлы башҡарҙы, - тине ул. Шулай уҡ ул сығышында йылдан-йыл техника кәмей барыуы хаҡында белдерҙе. Мәҫәлән, 2018 йылда 32 трактор иҫәптән сыҡһа, яңынан 5 кенә трактор алынған. Мотаһар Ғамир улы яңы техника алыу өсөн субсидия бирелеүе, яғыулыҡ менән тәьмин итеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында хәбәр итте.
Артабан Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин 2019 йылда яҙғы сәсеү эшенең республика буйынса күрһәткестәре менән таныштырҙы. Ул һөйләп бөткәс, залдан: «Кредит алып була, тип һөйләйһегеҙ ҙә ул. Ул кредитты алыуы бигерәк ҡыйын бит. Бына 6 ай буйына ала алмай ыҙалайбыҙ», - тигән һорау яңғыраны.
- Ауыр һорау. Ауыл хужалығына кредит биреп бармайҙар шул. Әгәр бар справкаларығыҙҙы ла дөрөҫ тапшырып, кредит ала алмаһағыҙ, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, - тип яуап бирҙе министр урынбаҫары.
Ауыл хужалығы фәндәре докторы Игорь Кузнецовтың агротехнология буйынса һөйләгәнен тыңлағас та залдан: «Астың хәлен туҡ белмәй», - тиҙәр башҡортта. Матур һөйләйһегеҙ ҙә ул, әммә юҡ нәмәне нисек тултырырға беҙгә? Нулгә эшләйбеҙ бит», - тигән ризаһыҙлыҡ яңғыраны.
Агроконференцияла сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙың барыһы ла ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә кәрәкле мәғлүмәттең барыһын да бирергә тырышты. «Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин үҙенең эш практикаһы менән таныштырҙы.
Кәңәшмәнең икенсе өлөшө «Ватан» хужалығында дауам итте. Тәүҙә хужалыҡ рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтов:
- Беҙҙең хужалыҡ игенселек, йылҡысылыҡ һәм шулай уҡ ит эшкәртеү менән шөғөлләнә. «Ватан» — районда берҙән-бер орлоҡ әҙерләүсе хужалыҡ булып тора. Беҙҙә хеҙмәткәрҙәр өсөн 3 тапҡыр туҡланыу ойошторолған, ял итеү бүлмәһе, мунса һәм душ бар. Хеҙмәткәрҙәргә йыл һайын республикабыҙ санаторийҙарына бушлай юллама бирәбеҙ. Уларҙы матди ярҙам, махсус кейем, бесән һәм бойҙай менән дә тәьмин итеп торабыҙ. Белеүегеҙсә, колбаса цехы эшләп килә, бына тиҙҙән йылҡы итенән башҡорт билмәне сығара башларға торабыҙ. Күмертауҙа үҙебеҙҙең ике магазиныбыҙ бар. Шулай уҡ Ермолаевола һәм Иҫке Отрадала комбикорм һатыу нөктәләре эшләй. Киләсәктә Ырымбур, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ла магазиндар асырға ниәтләйбеҙ. Беҙ ең һыҙғанып эшләргә әҙербеҙ, тик хужалыҡҡа ер майҙандары ғына етеңкерәмәй. Әлеге көндә беҙҙең 3 мең гектар еребеҙ бар. Йылҡыларыбыҙҙы арттырырға, улар өсөн күп йыллыҡ үлән сәсергә планлаштырабыҙ. Шуға хужалыҡҡа күберәк ер талап ителә, - тип хужалыҡтың эше һәм киләсәк пландары менән таныштырҙы.
Артабан Мотаһар Ибраһимов «Ватан»дың һәр техникаһы менән яҡындан таныштырып үтте. Хужалыҡ рәйесе урынбаҫары Рәмил Ибраһимов орлоҡ әҙерләү, ағыулау практикаһы менән уртаҡлашты. Агроконференция һуңында барлыҡ ҡунаҡтар ҙа «Ватан» хужалығы етештергән ит продукцияһын тәмләп ҡараны.
Шулай итеп, был агроконференция бик күп кәрәкле мәғлүмәт бирҙе, хәҙер яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы башҡарырға ғына ҡалды.