Все новости
Ауыл хужалығы
7 Июня 2019, 12:34

Ыңғай баһа алдылар

Һабантуйҙа хужалыҡтарҙың яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһар өсөн район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов етәкләгән комиссия 5 июндә баҫыуҙарҙы ҡарап сығыу өсөн сыҡты.

Һабантуйҙа хужалыҡтарҙың яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһар өсөн район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов етәкләгән комиссия 5 июндә баҫыуҙарҙы ҡарап сығыу өсөн сыҡты. Был комиссия составына район хужалыҡтары етәкселәре һәм баш агрономдары, район хакимиәтенең ауыл хужалығы белгестәре кергәйне. Улар һәр баҫыуҙың торошон, сәсеү эштәренең сифатын, сүп үләндәре булыу-булмауын, сәсеү ваҡытына иғтибар иттеләр һәм һәр хужалыҡтың эшенә баһа биреп кенә ҡалманылар, төрлө кәңәштәрен дә әйттеләр. Дөйөм алғанда, хужалыҡтар яҙғы баҫыу эштәре буйынса күбеһенсә ыңғай баһа алды. Был эштең һөҙөмтәләре һәм еңеүселәре район Һабантуйында билдәле буласаҡ.
Читайте нас: