Шишәмбе көндө Киров исемендәге хужалыҡта райондың ауыл хужалығы белгестәре, хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар мал аҙығы әҙерләү буйынса семинарға йыйылды.
Семинар түңәрәк өҫтәл артында үтте. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин сараны асфып, Өфөнән килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үтте. Артабан Башҡорт дәүләт аграр университетынан, ауыл хужалығы үҙәгенән килгән ғалимдар мал аҙығы әҙерләү темаһы буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәре, кәңәштәре менән сығыш яһанылар. Уларға район хужалыҡтары етәкселәре, белгестәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Баш агроном Айҙар Туйгилдин районда быйылғы йылда әҙерләнәсәк мал аҙығы планы менән таныштырып үтте. Күпме бесән, сенаж, силос кәрәклеге хаҡында белешмә бирҙе. Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов малсылыҡ тармағы буйынса эш барышы хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ район хужалыҡтары етәкселәренең һәр береһе, фермерҙар мал аҙығы әҙерләү буйынса үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып үтте. Семинарҙа ҡатнашыусылар Киров исемендәге хужалыҡтың техникаһы менән яҡындан танышты. Түңәрәк өҫтәл артында һәр бер сығыш яһаусы: «Көтмәҫкә, тиҙерәк мал аҙығы әҙерләргә төшөргә кәрәк», - тигән фекерен еткерергә тырышты. Шулай итеп, районда мал аҙығы әҙерләй башлауға старт бирелде.