«Искра» ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре ҡышҡы миҙгелгә етерлек күләмдә мал аҙығы хәстәрләү маҡсаты менән эшләй. Ҡотлоюл бригадаһы етәксеһе Ғәҙелхәй Боҫҡанов: «Йыл һайын мал аҙығы мул булһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Бесәнгә килгәндә, быйыл үлән юҡ тиерлек. Мул уңыш биргән люцерна баҫыуҙарында уңыш үтә лә түбән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Көйөргәҙе йылғаһының һыубаҫар туғайҙарында ла шул уҡ хәл. Яуым-төшөмдөң булмауы ла ҙур борсоуға һала. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ, үҫкән хәтлеһен ваҡытында сабып, эш итергә тырышабыҙ», ти.