Все новости
Ауыл хужалығы
25 Июня 2019, 13:09

Һуҙалар...

Көндәр ныҡ эҫе, ямғырһыҙ тора. Бесән эшләр өсөн бына тигән һауа торошо ла...

Көндәр ныҡ эҫе, ямғырһыҙ тора. Бесән эшләр өсөн бына тигән һауа торошо ла... Әммә, райондың ҡайһы бер фермер хужалыҡтары һәм шулай уҡ шәхси хужалыҡтар бөтөнләй бесәнгә төшмәгән. Был турала райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин һөйләй:

- Әлеге көндә район буйынса 4 мең гектарҙан артыҡ майҙанда бесән сабылды. 4300 тонна бесән әҙерләнде, 706 тонна сенаж һалынды. Сенажды тик Киров исемендәге хужалыҡ һәм фермер Әнүәр Усманов ҡына һала башланылар. Башҡалар был эшкә тотонмай әле. Быйыл йүнләп ямғырҙар ҙа яуманы, бесән насар үҫте. Әле лә көндәр эҫе, көслө елдәр иҫә, былай ҙа насар ғына үлән янып бөтөп бара. Үлән эҫегә лә, елгә лә кибә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан күп фермерҙар, шәхси хужалыҡтар бесәнгә төшөүҙе һаман һуҙалар. Нимә көтәләрҙер инде, белмәҫһең.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин былай ти:

- Үлән үҫкәнен көтәләр, үҫмәй ул. Кемдәр һаман бесәнгә төшмәгән, төшһөндәр ине тиҙерәк. Ямғыр яуманы, сабынлыҡтар насар. Бәлки, ямғырҙар яуып китер ҙә, бесәнде икенсе ҡабат сабып алыу мөмкин булыр. Әлеге эҫе һауа торошо төрлө зарарлы бөжәктәр үрсеүенә лә булышлыҡ итә. Баҫыуҙарҙа төрлө ҡоротҡостар күренә башланы. Әлегә улар ҡый үләндәр менән генә туҡланһа, тиҙҙән көнбағышҡа йәбешерҙәр. Бындай бөжәктәр, күбәләктәр шәхси хужалыҡтар өсөн дә зыянлы булыуы мөмкин. Әгәр хужалыҡтарҙа бындай күренеш күҙәтелә икән, тиҙ арала райондың «Ауыл хужалығы үҙәге» етәксеһе Булат Ғафаровҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тағы бер ҡабатлайым: район хужалыҡтары, район халҡы тиҙерәк бесәнгә төшһөндәр, мал аҙығы әҙерләү эшен һуҙмаһындар ине.
Читайте нас: