Все новости
Ауыл хужалығы
5 Июля 2019, 11:41

Баҫыуҙарҙа көрәш бара

Ауыл хужалығы эшсәндәре әлеге мәлдә көҙгө уңышты һаҡлап ҡалыу, юғалтыуһыҙ йыйыу өсөн бар тырышлығын һала. Ни генә тимә, баҫыуҙарҙа башаҡ йыйған иген, арыш, ҡояш ҡыҙы - көнбағыш, гәрсис, икенсе икмәк булып һаналған картуфҡа дәғүә итеүселәр күп. Төрлө бөжәктәр, ауырыуҙар менән ваҡытында көрәшмәһәң, уларҙың уңыш күләменә кире йоғонто яһауын көт тә тор!

Ауыл хужалығы эшсәндәре әлеге мәлдә көҙгө уңышты һаҡлап ҡалыу, юғалтыуһыҙ йыйыу өсөн бар тырышлығын һала. Ни генә тимә, баҫыуҙарҙа башаҡ йыйған иген, арыш, ҡояш ҡыҙы - көнбағыш, гәрсис, икенсе икмәк булып һаналған картуфҡа дәғүә итеүселәр күп. Төрлө бөжәктәр, ауырыуҙар менән ваҡытында көрәшмәһәң, уларҙың уңыш күләменә кире йоғонто яһауын көт тә тор!

Баҫыуҙарҙы был йәһәттән һаҡлау, сирҙәрҙе һәм ҡоротҡостарҙы ваҡытында тотоп ҡалыу өҫтөндә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалы белгестәре ал-ял белмәй көрәшә. Үҙәктең үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге республика баҫыуҙарында хәүефле ҡоротҡостар һәм үҫемлектәрҙә ауырыуҙар барлығын даими рәүештә күҙәтә. Һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо бөжәктәрҙең үрсеүенә, ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә ҙур йоғонто яһай. Әгәр баҫыуҙа ҡоротҡостар күләме хәүефле тип табылһа, урында химик эшкәртеү ойоштороу кәрәклеге тураһында баҫыу хужаларына хәбәр ителә. Йәғни ауыл хужалығы предприятиелары рөхсәт ителгән препараттар менән участкалағы ҡоротҡостарҙы юҡ итергә бурыслы.

Көйөргәҙе районында ҡара сиңерткә таралыу ихтималлығы бар. Шуға биләмәләр етди күҙәтеү аҫтында, баҫыуҙарҙа фитосанитар мониторинг уҙғарыла. Ҡара сиңерткә әлеге мәлдә республикала ауыҙлыҡланған. Күп хужалыҡтар кәрәкле эшкәртеүҙәр ҙә үткәргән. Әммә, һауа торошо сиңерткәгә үрсеүгә булышлыҡ иткән осраҡта хәлдең ҡапыл үҙгәреп китеүе ихтимал. Сөнки көҙгөлөк һалынған йомортҡаларҙан сыҡҡан ҡара сиңерткә тере бала тыуҙырыусыға әүерелә. Был осраҡта уның балалары тиҙ үрсей һәм иң йәш, йомшаҡ үләнде генә ашап, сәсеүлектәргә ҙур зыян килтерә. Шуға баҫыуҙар даими күҙәтеү аҫтында.

Ярауай культуралар ҙа ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән. Ҡайһы бер баҫыуҙарға онло ысыҡ төшкән, шул арҡала япраҡтар һарғая башлаған. Был күренеш тә уңыш күләменә кире йоғонто яһауы ихтимал.

Республиканың ҡайһы бер райондарында дегәнәк күбәләге күпләп осоуына күптәребеҙ шаһит. Уларҙың ҡаршылауыҡтары тиҙ үрсегәндә әсе борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культураларға зыян килтереүе мөмкин.

БР буйынса Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Көйөргәҙе районы филиалы начальнигы Булат Ғафаров менән сәселгән баҫыуҙарҙың береһенә тикшереү менән сыҡтыҡ. Белгестең төп эш ҡоралы – сүмес ау. Булат Ишбулды улы уның менән ун аҙымға ун һелтәү эшләй һәм ошо ысул менән ҡоротҡостарҙың квадрат метрға популяцияһын билдәләй.

Киров исемендәге хужалыҡ 150 гектарҙа көнбағыш сәскәйне. Бында Б. Ғафаров тарафынан дегәнәк ҡаршылауыҡтары булыуы асыҡланды. Улар тәүҙә сүп үләнен ашай, аҙаҡ көнбағышҡа күсә икән. Әле күбәләктәрҙең икенсе быуыны өлгөрөп еткән. Улар үҫемлектәр нектары менән туҡлана һәм күп итеп йомортҡа һала. Ә 7-10 көндән һуң уларҙан ҡарышлауыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Был иһә ауыл хужалығы культураларына ҙур зыян менән янай. Шундай күңелһеҙ хәлде булдырмау өсөн Булат Ғафаров: «Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ», - ти.
Читайте нас: