Все новости
Ауыл хужалығы
9 Июля 2019, 11:47

Ҡоролоҡ һынауҙары

Районыбыҙ биләмәләренән ағыусы Оло Көйөргәҙе йылғаһы буйындағы туғайлыҡтар быйыл зыян күрҙе.

Районыбыҙ биләмәләренән ағыусы Оло Көйөргәҙе йылғаһы буйындағы туғайлыҡтар быйыл зыян күрҙе. «Искра» хужалығының Яҡшымбәт бүлексәһе етәксеһе Фәнит Сәлтәшев:

- Мал аҙығы өсөн сәселгән күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын, йылға уйһыулыҡтарындағы тәбиғи үләндәрҙең һәр бөртөгөн файҙаланабыҙ. Ҡышын ҡарҙың мул булыуына ҡарап, яҙ яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра, тип уйлағайным. Һауа температураһының апрель аҙаҡтарында минус 10-15 градус һыуыҡ булып, ҡырау төшөүе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үләнгә үҫергә тотҡарлыҡ яһаны. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең малдарға аслы-туҡлы ҡышлау янамаясаҡ. Ҡоролоҡ хаҡында беҙҙең «Искра» хужалығында гәп һатырға яратмайҙар. Яҡшымбәттәр, бар көстәрен егеп, үҫтергән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға әҙерләнә. Республикабыҙҙа тәүгеләрҙән башлап «Искра» хужалығы игенселәре ураҡ эштәрен башлап ебәрҙе. Әлеге мәлдә комбайнсылар көҙҙән сәселгән шипкән культураһын урып, һуғыу эштәрен башланы. Үткән йыл хужалыҡта ужым культуралары ярайһы ғына майҙанда сәселгәйне. Хужалыҡ етәксеһе, республикабыҙҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы Мостафиндың, йыл да ҡабатлана килгән ҡоролоҡто иҫәпкә алып, көҙҙән күпләп ужым культуралары сәсеүгә өҫтөнлөк биреүе үҙен аҡлай. Хужалыҡтың баш инженеры Рәйес Рахманғолов:

- Тәбиғәт ҡырыҫлығы - бөтәбеҙ өсөн дә оло бер һынау, булдыҡлылығыбыҙҙы, ойошҡанлығыбыҙҙы асыҡлаусы бер күренеш. Нимәгә һәләтле икәнебеҙ әле, ураҡ мәлендә, күренә лә инде. Ураҡ эшендә 10 берәмек комбайн эшләйәсәк. Механизаторҙар тәжрибәле, үҙ эштәренең оҫталары, - ти.
Читайте нас: