Все новости
Ауыл хужалығы
26 Июля 2019, 12:40

Беҙҙекенә бик яҡын

Күптән түгел генә райондың «Искра» хужалығында ауыл хужалығы белгестәре йыйылышып кәңәшләшкәйнеләр. Күршеләрҙең дә хәлен белеп, тәжрибәләре менән уртаҡлашып ҡайтайыҡ тип, беҙҙекеләр шаршамбы көнө Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында үткән ялан көнөнә юл тоттолар. Унда район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, уның беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, райондың ауыл хужалығы белгестәре, «Ермолаево элеваторы», «Ватан» хужалығы етәкселәре, фермерҙар ҡатнашты.

«Кеше көн һайын үҙенә кәрәкле яңы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алып тора. Ошондай ауыл хужалығы менән бәйле саралар беҙҙең өсөн бигерәк тә уңайлы. Унда беҙ башҡа хужалыҡтарҙың ниндәй яңы алым ҡулланыуҙары һәм уның һөҙөмтәһе, яңы техникаларҙың эшмәкәрлеге буйынса бик күп файҙалы мәғлүмәт туплайбыҙ. Ҡайһы культураның ниндәй сорты, ҡайһы гибридтың нисек үҫкәнен, ниндәй уңыш биреүен уларҙың тәжрибәһендә күреп ҡайттыҡ. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы климаты беҙҙекенә бик яҡын, шуға күрә уларҙың тәжрибәһе көйөргәҙеләр өсөн ҙур файҙаға эйә. Тәүәкәндәр беҙҙең райондың «Ватан» хужалығы етештергән элиталы орлоҡто ла сәскән. Беҙ был сорттың нисек үҫеүе менән дә яҡындан таныштыҡ, башҡа сорттар менән сағыштырып ҡараныҡ. Яңы техниканың нисек эшләүен дә күрҙек. Белеүегеҙсә, беҙҙең районда йәшелсәселек, картуф үҫтереү менән ныҡлап шөғөлләнгән кеше юҡ. Бында беҙгә вирусһыҙ картуф үҫтереү технологияһын күрһәттеләр. Әлеге көндә үҫтергән картуфтың 50-70 проценты вируслы икәнен дә яҡшы беләбеҙ», - тип, Тәүәкәндән алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлеште райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдин. Ул шулай уҡ бөгөнгө көндә районда урып-һуғыу эше барышы менән дә таныштырҙы.

Шулай итеп, Көйөргәҙе районы аграрийҙары алдында быйыл 56 938 гектарҙа иген культураһы йыйыу эше тора. Был майҙандың 12 778 гектарын ужым культураһы, 45 247 гектарын бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар биләй. Баҫыуҙарҙың 22 778 гектарында ужым бойҙайы, 10 501 гектарында арпа, 7 369 гектарында һоло, 2 265 гектарында бөртөклө-ҡуҙаҡлылар, 1 190 гектарында игенгә кукуруз сәселгән.

Бөгөнгө көндә «Искра», Киров исемендәге, «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе»,фермер Әнүәр Усманов, «Ватан», «Түкән» хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре урып-һуғыу эшендә ең һыҙғанып эшләй. 25 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 1700 гектар майҙанда ужым культуралары сабылған, 1312 гектарҙа һуғылған. Район буйынса гектар ҡеүәте уртаса 9 центнер тәшкил итә.
Читайте нас: