Все новости
Ауыл хужалығы
2 Августа 2019, 13:17

Ҡоролоҡ «ашаны»

Быйылғы йәй ҡоро килеү сәбәпле, Башҡортостандың 4 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе ихтималлығы хаҡында үткән һандарҙың береһендә ҡаға-һуға ғына әйтеп үткәйнек. 4 район исемлегенә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары менән бер рәттән Көйөргәҙе районы ла кергән ине. Хәҙер был исемлек тағы ла икәүгә артып, Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондары ла өҫтәлде. 2018 йылда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105, 6 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәре зыян күргәйне һәм ғәҙәттән тыш хәл режимы 19 районда, шулай уҡ Күмертауҙа кертелгәйне. Былтыр хужалыҡтар 460 млн һум аҡса юғалтҡан. Быйыл да 20 муниципалитеттан иген ҡороп үлә тигән сигнал алынған. Әлеге көндә урындарҙа комиссия эшләй һәм юғалтыуҙарҙы иҫәпләй.

Быйылғы йәй ҡоро килеү сәбәпле, Башҡортостандың 4 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе ихтималлығы хаҡында үткән һандарҙың береһендә ҡаға-һуға ғына әйтеп үткәйнек. 4 район исемлегенә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары менән бер рәттән Көйөргәҙе районы ла кергән ине. Хәҙер был исемлек тағы ла икәүгә артып, Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондары ла өҫтәлде. 2018 йылда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105, 6 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәре зыян күргәйне һәм ғәҙәттән тыш хәл режимы 19 районда, шулай уҡ Күмертауҙа кертелгәйне. Былтыр хужалыҡтар 460 млн һум аҡса юғалтҡан. Быйыл да 20 муниципалитеттан иген ҡороп үлә тигән сигнал алынған. Әлеге көндә урындарҙа комиссия эшләй һәм юғалтыуҙарҙы иҫәпләй.

Эйе, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә быйыл бигерәк тә ауырға тура килә. Бер яҡтан ҡышын ҡар аҙ булды, яҙғы һыуыҡтар һәм йәйге ямғырһыҙ 40 градуслы эҫе. Быларҙың барыһы ла иген культураларына рәхәтләнеп үҫергә ирек бирмәне. Быйылғы игенде лә, бесәнде лә ҡоролоҡ «ашаны» шул. Белгестәр был күренеште тупраҡ һәм атмосфера ҡоролоғо тип атай, бындай хәл һуңғы тапҡыр 2010 йылда булғайны, тиҙәр. Һауа торошоноң бындай «бүләге»нән хужалыҡтар ғына түгел, ябай халыҡ та зыян күрә. Ауылда көн күргән ҡайһы ғына танышыңды осратһаң да: «Бесән юҡ быйыл, бесән юҡ. Малдарҙы нисек ҡышлатырбыҙ инде», - тип ҡайғыра. Былай ҙа ауылдарҙа мал һаны аҙ ти инек, хәҙер тағы кәмерме икән?

Хужалыҡтарға ла еңел түгел. Уңыш яҡшы булһа, түләрбеҙ тип йыл да улар кредит ала. Шулай уҡ эшсәндәргә хеҙмәт хаҡы түләр кәрәк. Әллә күпме көс түгеп, әллә нисәмә һумға орлоҡ һатып алып, әллә күпме суммалыҡ яғыулыҡ яғып, техника алып, иген үҫтереүҙән ни фәтүә? Ғөмүмән, бөгөн райондың ауыл хужалығында хәлдәр нисегерәк? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллинға мөрәжәғәт иттек:

- Хәлдәр шәптән түгел шул, шәп булһа, ғәҙәттән тыш хәл кертмәҫтәр ине. 5 авгусҡа тиклем документтар тапшырырға кәрәк. Бөгөнгө иҫәпләүҙәр буйынса 4 мең гектар самаһы игенебеҙ юҡҡа сыҡты. Был 14 миллион һум аҡса юғалтыуыбыҙ тураһында һөйләй. Дәүләт ярҙам итеренә, сарыф ителгән аҡсаны ҡапларына ышанабыҙ, - тип ҡаршы алды беҙҙе Нәүғәт Кәлимулла улы.

- Йыл да берәй проблемаһы килеп сығып тора, йә ҡоролоҡ, йә, киреһенсә, иген ныҡ уңа ла һата алмайҙар, йә һаҡларға урыны булмай. Әллә күпме аҡса түккәнсе, бөтөнләй сәсеп яфаланып торорға ла кәрәкмәйҙер, бәлки?

- Ер шарының бар төбәгендә лә ауыл хужалығы — килемһеҙ тармаҡ һанала. Хөкүмәт һәр ерҙә лә гел ярҙамға килә, һәр дәүләт үҙ мөмкинлектәренән сығып ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Европа илдәрендә бындай ярҙам күләме 40% тирәһе тәшкил итә, беҙҙә күпкә аҙыраҡ инде. Ни өсөн килемһеҙ тармаҡ булһа ла дәүләт аграрийҙарҙы ҡарай һуң, тиһегеҙме? Ауыл халҡы нимә менәндер мәшғүл булһын өсөн шулай эшләнелә. Ауылдар һаҡланһын, ауылдарҙа эш булһын өсөн дә. Белеүегеҙсә, хөкүмәт ауыл хужалығы тармағына төрлө субсидиялар менән ярҙам итеп тора. Техникаға, ашламаға, элиталы орлоҡҡа субсидиялар ҡаралған, грант ярҙамы бар. Кооперация менән эшләргә кәрәклеге, уның бик тә отошло булыуы хаҡында яңыраҡ ҡына уйлана башланылар. Ысынлап та, берләшеп эшләү күпкә файҙалы. Был турала беҙ һәр ваҡыт әйтә киләбеҙ.

- Ауыл кешеһе априори ярлы һанала. Ауыл хужалығында бөгөнгө көндә уртаса эш хаҡы күпме?

- 1 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса ауыл хужалығында уртаса эш хаҡы 17 797 һум тәшкил итә. Быны ул хәтлем насар, тип әйтеп булмай.

- Быйылғы ҡоролоҡтан ниндәй культуралар нығыраҡ зыян күрҙе?

- Бойҙай ныҡ зыян күрҙе. Көнбағыштың тамыры бик тәрәнгә китә, шуға күрә ул бирешмәй. Бында сәсеү әйләнешен дөрөҫ итеп көйләргә кәрәклеге хаҡында ла әйтергә кәрәк. Көнбағыштың тамыры уңыш өсөн бик күп файҙалы матдәләрҙе төптән юғарыға күтәрә һәм тупраҡта ҡалдыра. Был урынға киләһе йылына икенсе культура ултыртыу күпкә отошло. Төп иғтибарҙы иң тәүҙә тупраҡтың уңдырышлылығына бүлергә кәрәклеге хаҡында онотоп китәбеҙ ҡайһы берҙә. Әле бына No-Till технологияһын ҡулланалар. Уның ыңғай яҡтары бик күп, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта был технологияның да ҡайһы бер кире яҡтары булыуын оноторға ярамай.

- Иген генә түгел, бесән дә быйыл ҙур зыян күргәндер?

- Бесән быйыл аҙ. Былтырғыға ҡарағанда 2 тапҡырға әҙерәк. Ҡайһы бер урындарҙа бесән бөтөнләй юҡ. Мәҫәлән, Киров исемендәге хужалыҡты ғына алғанда, былтыр бер баш шартлы малға 28 аҙыҡ берәмеге тәшкил итһә, быйыл ул күрһәткес 14,5. Ә бына «Ватан»дар аҙыҡ берәмеген 18,5-кә еткерҙеләр. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙың былтырғы запасы бар. Бесәнде нисек тә еткерәсәкбеҙ, мал һанын кәметмәйәсәкбеҙ. Бесәндән башҡа силос, сенаж һәм башҡа ҡатнаш аҙыҡтар ҙа әҙерләнә. Шулай булғас, малдарҙы ҡыш сығара аласаҡбыҙ.
Читайте нас: