Быйылғы ҡоролоҡ арҡаһында Көйөргәҙе районы баҫыусылығы ҙур зыян күрҙе: барлығы 2475 гектарҙағы иген янды. Айырыуса райондың көньяғында урынлашҡан Киров исемендәге хужалыҡ, «Искра», «Түкән», «Көйөргәҙеагропродукт» хужалыҡтары, фермерҙарҙан Ә.Р. Туҡаеваның баҫыуҙары көтөлгән өмөттәрҙе аҡламаны.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин әйтеүенсә: «Бөгөн район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Айҙар Туйгилдин тейешле документтар, фотодокументтар менән Өфөгә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына, юлланасаҡ. Ә августың 22-ләрендә беҙҙең министрлыҡ ҡоролоҡта зыян күргән райондарҙың документтарын Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына тапшырасаҡ. Артабан Эксперт комиссияһы баҫыусылыҡ өлкәһендә күрелгән зыянды ҡаплау өсөн күпме финанс бүленәсәген хәл итәсәк». Район игенселәре Хөкүмәтебеҙ бындай саҡта ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, тип ышана.